газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь 2018, 10:58

Ҡыштың тәүге һынауҙары

Ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов үткәргән оператив кәңәшмәлә яңы һауа шарттарына әҙерлек, грипп һәм пневмония эпидемияһы, заманса юлдар һәм башҡа мәсьәләләр күтәрелде.

Фәрит Фәррәх улы иң тәүҙә ҡалалағы ҡар таҙартыу эштәренә туҡталды.

- Ҡар яуыу менән тротуарҙарға ҡар өйөмдәре ятты. Ваҡытында таҙартмаһаң, боҙлауыҡтар барлыҡҡа килергә генә тора. Унда һибелгән боҙло-ҡомло иретмәне таҙартып барырға кәрәк, - тине ул.

Ҡала хужалығы менән берлектә «Электр селтәрҙәре» предприятиеһына Салауат урамдарында бағаналарҙағы фонарь лампаларын электрҙы аҙ сарыф иткән яҡтыртҡыстарға алыштырыу бурысы ҡуйылды.

Һуңғы арала ҡалала, республикалағы кеүек үк, киҫкен респиратор вирус, грипп һәм пневмония менән ауырыусылар һаны артҡан.

- Педиатрия бүлегендә 36 бала пневмония сиренән дауалана. Бынан тыш, 7 бала ошо диагноз менән инфекция дауаханаһына йүнәлтелгән. Иң күп сирлеләр 2-се гимназияла теркәлгән. Унда 8 уҡыусы стационарҙа дауалана. Киҙеү һәм пневмония - миҙгел сирҙәре. Эпидемиологик хәл контролгә алынған, - тине ҡала дауаханаһының баш врачы Александр Солтанбаев.

Быйыл ҡалала балалар ҡатнашлығында 8 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Башлыса улар иртәнге һәм киске осорға тура килә. Калинин урамында юл фажиғәләре йыш булған. Шуға ла Фәрит Ғилманов асфальтҡа полимер тамғаларҙы һалыуҙы талап итте. Киләсәктә аҡрынлап яңы заманса юлдар һалыу тураһында ла әйтеп үтте.


Читайте нас: