газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь 2018, 10:57

Өйҙәребеҙ ҙә, урамдарыбыҙ ҙа яҡты

Тормошобоҙҙо электр утынан тыш күҙ алдына килтереүе мөмкин түгел. Өйөбөҙҙә лә, урамдарыбыҙҙа ла яҡтылыҡ бөркөп, һәр эшебеҙҙә ярҙамсы булған техникалар эшләп торһа, күңелдәр ҙә күтәренке, йәшәйешебеҙ ҙә яйлы. Ҡалабыҙҙың “Электр селтәрҙәре” муниципаль унитар предприятиеһында электр энергияһы менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү эше яйға һалынған һәм улар киләсәккә был эште тағы ла камиллаштырыу өсөн тырышырға әҙер. Энергетиктар көнө алдынан предприятиеһының директоры Ринат Һатбалов менән әңгәмә ҡороп, ойошманың эшмәкәрлеге менән таныштыҡ.

- Ринат Хәбибулла улы, рес-публика кимәлендәге кәңәшмәләр-ҙең береһендә Салауат ҡалаһы яҡтыртыу буйынса үрнәк итеп телгә алынды. Салауат ысынлап та электр уты менән тәьмин итеү буйынса яҡшы кимәлдәме?

- 2011 йылға тиклем беҙҙә лә тәүлектең ҡараңғы ваҡытында урамдарҙа ут һүндерелә торғайны. Һуңынан криминоген хәлгә бәйле прокуратура күрһәтмәһе буйынса электр энергияһын төнгөлөккә яндырылған көйө ҡалдырыу ҡарары ҡабул ителде. Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров беҙҙең ҡаланың ошо юҫыҡтағы тәжрибәһен һәйбәт тип билдәләне.

- «Электр селтәрҙәре» хеҙмәт-ләндергән хужалыҡ ҙурмы?

- Электр энергияһы менән бәйле барлыҡ хужалыҡ ҡалаға ҡарай, ә беҙ хеҙмәтләндереүсе ойошма. Әлеге ваҡытта 195 подстанция, 119 км оҙонло-ғондағы кабель линиялары, 135 км оҙонлоғондағы һауа электр линиялары беҙҙең күҙәтеү аҫтында. Ҡала хужалығы идаралығы менән килешеү нигеҙендә урамдарҙағы 5330 яҡтыртҡысты һәм 4670 берәмек таяуҙы хеҙмәтләндерәбеҙ.

- Ҡалала яңы биҫтәләр барлыҡҡа килә. Унда уңайлы йәшәү шарттары өсөн инженер коммуникацияларының индерелеүе төп шарт. Яҡтылыҡ ни тиклем тиҙ үткәрелә?

- Беҙҙең предприятие инвестиция программалары нигеҙендә яңы микрорайондарға электр энергияһын ваҡытында һуҙа. Мәҫәлән, күп һәм инвалид балалы ғаиләләргә ер бүленгән яңы биҫтәләрҙә беҙ электр утын үткәреп бөттөк. Бынан тыш, кешеләрҙән килгән тәҡдимдәрҙе ғәмәлгә ашырыу, дәғүәләрҙе бөтөрөү буйынса ла эш алып барабыҙ.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм ауылдарҙағы, бигерәк тә балалар баҡсалары, мәктәптәр, йәйәүлеләр үткәүеле янын яҡтыртыу мәсьәләһенә етди ҡарауҙы талап итә. Беҙҙең ҡалала, ҡала хакимиәте башлығы ҡушыуы буйынса, был бурыстарҙың үтәлеше тикшерелде, бер нисә етешһеҙлек асыҡланды. 200-гә яҡын йәйәүлеләр үткәүеленең ҡайһы берҙәрендә яҡтылыҡ тейешле кимәлдә түгел һәм Фәрит Ғилманов был етешһеҙлекте киләһе йылдың беренсе кварталында бөтөрөү бурысын ҡуйҙы. Йыл башында беҙ бар участкаларҙа ла яҡтыртҡыстарҙы заманса һәм яҡты лампаларға алыштырасаҡбыҙ.

- Ойошма коллективы үҙҙәре алдына ҡуйылған бурыстарҙы үтәп киләме?

- Ярты быуаттан ашыу тарихы булған «Электр селтәрҙәре» предприятиеһының коллективы эшкә һәләтле, тырыш, тәжрибәле хеҙмәткәрҙәрҙән тора. Барлығы 200-ҙән ашыу кеше эшләй. Быйыл бөтә инвестиция проекттарын үҙебеҙҙең көс менән тормошҡа ашыра алдыҡ. Һөҙөмтәлә был маҡсатҡа бүленгән 26,5 млн һумдан 2 млн һумды экономиялауға ирештек һәм ул аҡсаға предприятиеға кәрәкле техника һатып алдыҡ. Инвестицион проекттар иҫәбендә 6-сы микрорайонда һауа линиялары уҙғарылды, Муса ҡасабаһында модернизация башҡарылды, йәғни электр уты линиялары замансаға алыштырылды, 950 ҡулланыусыға яңы счетчиктар, 8-се микрорайонда трансформатор подстанцияһы ҡу-йылды. Ойошма алдына ҡуйылған бурыстар күләме ҙур, шуға ҡарамаҫтан, белгестәребеҙ уларҙы тулыһынса үтәп килә. Бының өсөн ойошма техник яҡтан яҡшы йыһазландырылған. Ҡайһы берҙә генә сит ойошмаларға ярҙам һорап мөрәжәғәт итәбеҙ.

Предприятиела кадрҙар ағымы күҙәтелмәй. Беҙҙә иң тәжрибәле хеҙмәт-кәрҙәр, бер эшкә килеп береккәндәр оҙаҡ йылдар ошонда хеҙмәтен дауам итә. Ғаилә династиялары ла бар. Быйыл бер нисә кешене ҡыҫҡартырға тура килде, сөнки, алдан әйтеп үтеүемсә, шәхси йорттарҙағы яңы счетчиктарҙың күрһәткестәрен беҙ компьютерҙан күреп торабыҙ, өй буйлап тикшереп йөрөргә кәрәкмәй. Шулай ҙа уларҙы үҙебеҙҙә үк эшкә урынлаштырыу юлдарын таптыҡ. Ә бына цифрлаштырыуға бәйле белгестәр талап ителә.

Энергетиктар көнө уңайынан коллективты ҡотлап, беҙгә аварияһыҙ эш, хеҙмәткәрҙәребеҙҙең ғаиләләрендә именлек, үҙҙәренә һаулыҡ теләйем.


Читайте нас: