газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь 2018, 11:00

Үткәндәрҙе онотмайыҡ, хәҙергене хәтерҙә тотайыҡ

«Юрматы ере» мемориаль комплексының 15 йыллығы уңайынан тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында «Йәштәрҙе патриотик һәм әхлаҡи рухта тәрбиәләүҙә йәмәғәт ойошмаларының роле» тип аталған кәңәшмә үтте.

Сараға «Аллағыуат» йә-мәғәт ойошмаһы ағзалары, күсерелгән ауылдар кешеләре, Салауат, Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡала-райондарының йәмә-ғәт ойошмалары етәкселәре саҡырылғайны. Тәүҙә «Алла-ғыуат» һәм «Юрматы ере» мемориаль комплексының эшмәкәрлеге хаҡында документаль фильм күрһәтелде. Аҙаҡ ҙур залда музейҙың экс-курсоводы Валентина Бохарина конференцияны асып һүҙҙе БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Суфия Етехановаға бирҙе. Ул мемориаль комплекстың ниндәй ауырлыҡтар менән асылыуы хаҡында һөйләп, унда көс һалыусыларҙың һәр береһен телгә алып үтте. Ете ауыл халҡын берләштергән, төрлө милләт вәкилдәренән торған «Аллағыуат» ойошмаһына артабан да фиҙаҡәр хеҙмәт итеүҙәрен теләне.

Тарихи- тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Руслан Сафиканов үҙенең сығышында Салауатты төҙөү арҡаһында юҡҡа сыҡҡан ете ауыл кешеләренең үҙ тарихтарын һаҡлап алып ҡалыуҙа ҙур көс һалыуы, йәштәрҙең уларҙы оноторға тейеш түгелдәре хаҡында әйтеп үтте. Ә «Аллағыуат» йәмәғәт ойошмаһының рәйесе Фәнит Ханмырҙин мемориаль комплекстың нисек төҙөлөүен, кемдәр ярҙам итеүен видео-слайд ярҙамында күрһәтте.

- Төрлө милләт халҡын берләштергән ойошмаға 17 йыл. Ошо ваҡыт эсендә бик күп эштәр башҡарылды. Ете ауылдың һәр береһе тураһында, данлыҡлы кешеләре хаҡында кино төшөрөлдө, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арнап китаптар сығарҙыҡ. Иң ҙур ғорурлығыбыҙ Салауат ҡалаһының йөҙөк ҡашы булған «Юрматы ере» мемориаль комплексына 15 йыл тулды. Ул - ҙур тарих. Киләсәк быуын ветерандарҙы онотмаһын өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ, - тине Фәнит Фәрит улы.

«Юрматы ере» комплексы йәштәрҙә лә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Ҡала уҡыусылары фәнни һәм тикшереү эштәре алып бара. 18-се мәктәптең 11-се клас уҡыусыһы Аделина Арыҫланова «Юрматы еренә - 15» тип аталған тикшеренеү эше менән сығыш яһаны. «Аллағыуат» ойошмаһының Ишембай филиалы рәйесе, Ишембай ҡалаһының Почетлы гражданы, РФ-тың атҡаҙанған энергетигы Юнир Ғәзизов үт-кәндәргә байҡау яһап, йәм-ғиәттең йәштәргә тарихты етке-реү өсөн ҙур эш башҡарыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Кәңәшмә аҙағында резолюция ҡабул ителде. Унда Ватаныбыҙҙың йәш граждандарын патриотик рухта тәрбиәләү, Башҡортостандың 100 йыллығы сиктәрендә ҡаланың бөтә йәмәғәт ойошмаларында берләшкән саралар үткәреү, комплекстың алдын төҙөкләндереү һәм башҡа мөһим бурыстар билдәләнгән.


Читайте нас: