газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь 2018, 11:01

Мәскәүҙән - еңеү менән!

Ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов «Абилимпикс» милли чемпионатында ҡатнашып, ҙур еңеүҙәр менән ҡайтҡан егет-ҡыҙҙар менән осрашты.

«Абилимпикс» - сәләмәтлек мөм-кинлектәре сикләнгән кешеләр ара-һындағы һөнәри оҫталыҡ конкурсы. Ул 2015 йылдан алып уҙғарыла. Быйыл ул Мәскәү ҡалаһында үтте. Мәртәбәле ярышта Башҡортостан 83 төбәк араһынан 2-се урын яулауға иреште. Команда составында беҙҙең ҡаланан ете кеше ҡатнашты. Уларҙың берәүһе - алтын, өсәүһе - көмөш, берәүһе бронза миҙал алып ҡайтты.

- Республикалағы «Абилимпикс» конкурсы тап беҙҙең ҡалала тыуҙы. 2015 йылда Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжында беренсе төбәк этабы уҙҙы. Унда ни бары 25 кеше ҡатнашҡайны. Быйыл иһә улар һаны 262 -гә етте. Әлеге уҡыу йорто «Абилимпикс» хәрәкәтен иң яҡшы үҫтереүсе үҙәк тип танылды. Ҙур ҡаҙаныштарға ирешкән ошондай йәштәр ҡаланың данын күтәрә. Белемле, заманса ҡарашлы остаздарығыҙҙың да уңышҡа индергән өлөшө ҙур. Ҙур еңеүегеҙ ҡаланың 70 йыллыҡ юбилейына ҙур бүләк булды,- тине Фәрит Фәррәх улы.

Ул еңеүселәргә һәм педагогтарға Рәхмәт хаттары, грамоталар тапшырҙы. Колледж чемпионатта ике диплом менән бүләкләнә. Береһе - «Абилимпикс» хәрәкәтен үҫтереүсе иң яҡшы төбәк үҙәге» номинацияһы, икенсеһе - Рәсәйҙең уҡытыу-методика ресурс үҙәктәре араһындағы рейтингта беренсе урын өсөн.

Элек колледж бары уҡытыусылар әҙерләһә, хәҙер бында күптәр өсөн киң юлдар асылған. Айырыуса сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән студенттар яҡлау тоя. Уның директоры Зөлфиә Ишембәтова бының өсөн йәлләмәй көсөн һала.

- Һөнәри оҫталыҡ конкурсын үт-кәреү буйынса Салауатты иң ҙур майҙансыҡ тип таныуҙары осраҡлы түгел. Сөнки тап ҡала хакимиәте ярҙамы менән ҡалала инклюзив белем биреү үҫешә, был турала күптәргә хыялланырға ғына ҡала. Социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү ҙә яҡшы ҡу-йылған. Төбәк конкурсын үткәреүҙә ҡа-ланың белем биреү учреждениелары, хатта балалар баҡсалары ла әүҙем ҡат-нашты, - тине Зөлфиә Биктимер ҡыҙы.

Конкурсанттар төрлө өлкәлә оҫталығын күрһәтә. 25-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Ильяс Аҫылғужин еңеүсе тип таныла, икенсе урында - педагогия колледжы студенттары Михаил Сергеев, Екатерина Иванова һәм Михаил Полосков. Өсөнсө урын индустриаль колледжы белгесе Илья Шәһимәрҙәновта.

Ильяс «Туризм» компетенцияһында сығыш яһай. Ни өсөн был йүнәлеште һайланың, киләсәктә кем булырға хыялланаһың, тип һорайым үҙенән.

- Буласаҡ һөнәрем тураһында әлегә бер нәмә лә әйтә алмайым. Туризм өлкәһе миңә бик оҡшай. Конкурсҡа әҙерләнгәндә кешеләр менән аралаштым, журналдар күп уҡыным, клиенттарҙы хеҙмәтләндерҙем. Үҙем дә күп сәйәхәт итергә яратам. Ял итергә барыусыларға уңайлы турҙар, отелдәр һайларға ярҙам иттем. Бәлки ошо йүнәлештә туҡталырмын да. Үҙемде Донъя чемпионатында ла һынап ҡарарға теләгем бар, - тип хыялдары менән уртаҡлашты егет.


Читайте нас: