Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Декабрь 2018, 12:28

Төҙөүсе исеме юйылмаҫ

Ленин урамында республиканың атҡаҙанған төҙөүсеһе, ҡала төҙөлөшөнә бихисап өлөш индергән Наил Кирәйев иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды.

Наил Миңнулла улы менән тәүге тапҡыр музейҙа уның «Дала ғына ине ҡала ерендә» тигән китабының исем туйында танышҡайныҡ. Әңгәмәләшкән ваҡытта уның үҙ эшен ысын күңелдән һөйөүен аңларға була ине. Бер арала ул ҡапыл һөйләүҙән туҡ-таны ла шымып, моңһоуланып ҡалды. «Даны әллә ҡайҙарға таралған «Салауаттөҙөлөш» предприятиеһының юҡҡа сығарылыуына әсенәм. Ветерандарҙың йыйылыр урыны ла юҡ бит хатта», - тип һыҡранып ҡуйғайны шул саҡ.

Таҡтаташ асыу сараһына Наил Миңнулла улының туғандары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре йыйылғайны. Комбинат төҙөлөшөнә ташсы булып урынлашҡан егет һуңғараҡ институт тамамлап, мастер, баш технологҡа тиклем үрләй. Ҡаланың күпселек өлөшөндәге торлаҡ йорттар, социаль объекттарҙы һәм алдынғы предприятиеларҙың производство корпус-тарын төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша. 1981 йылдан «Салауаттөҙөлөш» тресы идарасыһы урын-баҫары, 1990-сы йылдар аҙағында «Сала-ватсройинвест» йәмғиәтен етәкләй. «БР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Хаҡлы ялға сыҡҡас предприятиеның ветерандар советын ойоштора.

Наил Кирәйев былтыр донъя ҡуйҙы, әммә уның яҡты иҫтәлеге ҡалды. Иң мөһиме, уның изге эшен дауам итеүсе улы бар. Рәйес Кирәйев - ҡала хакимиәтенең төҙөлөш һәм архитектура бүлеге начальнигы.

- Әсәйем дә, атайым да төҙөүселәр булды. Бәләкәй генә инем әле. Ҡала урамдарынан китеп барғанда атайым миңә: «Анау йортто күрәһеңме, улым? Уны мин ошо ҡулдарым менән төҙөнөм», тип ғорурлыҡ менән һөйләр ине. Балаларын, ҡатынын ныҡ яратты. Уның хәстәрлеге, һөйөүе арҡаһында әсәйем, Аллаға шөкөр, әле лә иҫән-һау. Уны бик ҡурсаланы,ел-ямғырҙан һаҡлап ҡына торҙо. Бер предприятиела эшләгән ваҡытта ниндәйҙер етешһеҙлек өсөн иң тәүҙә миңә эләгер ине. Ул, ситтәр ҡурҡһын өсөн үҙеңдекеләрҙе ҡаты тот, тигән принцип менән эшләне. Атайыма хөрмәт йөҙөнән ошондай башланғыс менән сыҡҡандары өсөн ҡаланың ветерандар советына, ойоштороу эштәрендә ярҙам күрһәткән ҡала хакимиәте башлығына рәхмәттәремде еткерәм. Ошо таҡтаташтағы атайымдың йөҙөндә бөтә төҙөүселәр сағыла кеүек. Сөнки уларҙың барыһы ла оло ихтирамға лайыҡ, - тине Рәйес Наил улы.

Таҡтаташтың янынан үткән һәр кем уны иҫкә алыр, кеше эше менән данлана, тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнөр.


Читайте нас: