Һорауға ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Данир Зөбәйеров яуап бирә.
- 2016 йылдың 5 февралендә ҡала Советының ерҙе файҙаланыу һәм унда төҙөүҙең яңы ҡағиҙәләре ҡабул ителде. Уның буйынса алдан асыҡ тыңлауҙар үткәрелде, хакимиәттең сайтында баҫылып сыҡты. Яңы ҡағиҙәләрҙе ҡабул итеү РФ-тың Ҡала төҙөлөшө, Ер Кодекстарына, ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеге һәм ер-милек мөнәсәбәттәре өлкәһендә хоҡуҡтарҙы көйләүсе федераль закондарға үҙгәрештәр индерелеү менән, шулай уҡ Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының бойороғона бәйле. Росреестрҙың кадастр картаһына ярашлы, Муса ҡасабаһындағы, 111-се, 116-сы кварталдарҙағы ер участкаларының майҙаны иң күбе 600-800 квадрат метр тәшкил итә.
СанПин-ға ярашлы, 50 башҡа тиклем хайуан (cусҡа, һыйыр, ат арбаҙҙары, питомник, йәнлек фермалары) тотҡан хужалыҡтар V класс хәүефлегенә ҡарай һәм 50 метр санитар һаҡлау зонаһына эйә булырға тейеш. Ә максималь тығыҙ төҙөлөшө булған Салауат ҡалаһының торлаҡлы райондарындағы ер участкаларында быны ойоштороп булмай.