газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ноябрь 2018, 11:00

Яңы йылға әҙерләнәбеҙ

Яңы йыл шыршыһы үткән аҙнала уҡ Ленин майҙанынының түренән урын алды. Әле балалар өсөн тауҙар эшләнә. Уларҙың каркастары эшләнеп бөтөп бара, һуңынан ул боҙ менән ҡапланасаҡ.

ара, һуңынан ул боҙ менән ҡапланасаҡ.

Төҙөлөш эштәрен «Торлаҡ-комуналь заказсы» йәмғиәте менән килешеү нигеҙендә шәхси эшҡыуар Вәсил Ҡотлобаев коллективы башҡара.

- Боҙҙо ағас эшкәртеү комбинаты янындағы күлдән алдыҡ. Майҙансыҡты төрлө хайуандар һыны биҙәйәсәк. Үткән йылдар менән сағыштырғанда, проектта бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр юҡ. Бары тик йыл символы булған булған эт урынына ҡабан һындары урын аласаҡ. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре лә күҙ уңында тотола. Әгәр көндәр йылытып тауҙар һәм һындар иреһә, уны кире тергеҙәсәкбеҙ. Яңы йыл ҡаласығы яҡынса 15-20 декабрҙә асыласаҡ, - ти Вәсил Ҡотлобаев.


Читайте нас: