газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ноябрь 2018, 11:02

Яҙмыштарҙан һин бит көслөрәкһең

Календарь битендә ғәҙәти булмаған махсус бер дата бар. 3 декабрҙә Инвалидтар көнө билдәләнә. Тыумыштан ғәрип булып, донъяның рәхәтен күрмәй үҫкән балаларға, һәләкәткә дусар булып, йәшнәп йәшәр саҡта инвалид коляскаһына беркетелгәндәргә бер аҙ булһа ла иғтибар бүлеү бик дөрөҫтөр. Хәйер, улар был көндө генә түгел, ә һәр ваҡыт хәстәрлек тойорға тейеш тә.


Эльвира матур хыялдар менән кейәүгә сыға. Шул ваҡытта алда уны ниҙәр көтәсәген, ниҙәр кисерергә тура киләсәген башына ла килтермәгәндер йәш ҡыҙ. Йәре итеп һайлаған егете бынамын тигән ғаилә башлығы булып тойола уға. Матур ғына йәшәп китәләр. Балалы йорт - ҡотло йорт тигәндәй, йәштәр ҙә өйҙәрендә сабый тауышы яңғырауын теләй. Теләктәре тормошҡа аша уларҙың, улдары Илнур донъяға килә. Ата-әсә булыу бәхетен татыған пар күктең етенсе ҡатында була. Әммә ғаилә усағы нисек тиҙ тоҡанған булһа, шулай тиҙ һүнә лә. Икеһенең юлы ике яҡҡа айырыла. Йәш ҡатын өс йәшлек улы менән яңғыҙы тороп ҡала.

Бала йәштәштәре кеүек үҫешә, башҡаларҙан бер нимәһе менән дә айырылмай. Тик, Эльвира Ильнурҙы балалар баҡсаһына йөрөтә башлағас, аяҡтары тиҙ талыуын, уларҙы һөйрәп атлауын һиҙеп ҡала. Баҫҡыстан юғары ҡатҡа күтәрелгәндә лә сабый ҡыйынлыҡ менән менә. Борсолған әсә кисекмәҫтән неврологҡа мөрә-жәғәт итә. Әммә улары яҫы табанлылыҡ, янбаш-бот быуыны дөрөҫ үҫешмәгән тиеүҙән ары үтмәй. Махсус аяҡ кейемдәре, массаж билдәләйҙәр. Әсә бер аҙ тыныслана, әммә күңеле барыбер ниҙер һиҙенә. Ошо борсолоу-лы, тынғыһыҙ осорҙа буласаҡ тормош иптәше Фиданды осрата. Оҙаҡҡа һуҙмай ҡауышып ҡуя улар. Егеттең әсәһе лә баланың ҡайһы ерелер ауырта бит, тип Эльвираның шикләнеүҙәрен иҫбатлай. Тиҙ арала Илнурҙы икенсе врачҡа күрһәтәләр. Аҡ халатлыларҙан ишеткән ҡот осҡос диагноздан Эльвира өсөн донъя аҫты өҫкә әйләнгәндәй була. Ярай әле янында йылы һүҙе менән йыуатырлыҡ, терәк булырлыҡ иптәше бар. Илнурға Дюшенн миопатияһы тигән диагноз ҡуйыла. Баш ҡалала ентекле тикшереп, анализдар тапшырғандан һуң, сир раҫлана. Нисек инде ғәзизең бер көн килеп аяҡтан яҙасаҡ? Ни өсөн? Башында мең төрлө уй ҡайнай әсәнең. Был сир - ҡатмарлы генетик ауырыу. Иң аянысы шул - уны ауыҙларлыҡ, туҡтатырлыҡ, еңерлек бер әмәл дә юҡ. Ҡыҫҡаһы, дауалап булмаҫлыҡ быуын сире. Мускулдары кибә һәм башҡаса тергеҙелмәй. Мәктәпкә уҡырға барғас, йығылып тора алмай ыҙаланған осраҡтары күп була. Шулай ике йыл этләнгәндән һуң, өйҙә уҡытыуға күсерәләр.

- Ҡулымдан килһә, әллә ниҙәр эшләр инем. Тик сир беҙҙән көслөрәк булып сыҡты. Шулай ҙа укол, системалар, дарыуҙар, массаж ярҙамында хәлен бер аҙ еңеләйтергә тырышабыҙ, - ти Эльвира.

«Тарих» бының менән генә тамамланмай әле. Фидан Эльвираны кәләш итеп алғанда бер ҙә өйләнмәгән була. Илнурҙы үҙ балаһылай күрә, бала ла уға “атай”, тип өндәшә. Тик үҙенең дә атай булғыһы килә. Малай тыуа ҡалһа, уны ла Илнур яҙмышы көтәсәген аңлай ҡатын. Врачтар ҙа был турала иҫкәртә. Әммә иренең теләгенә ҡаршы килмәй. Йөккә уҙғас та, Хоҙайҙан ҡыҙ тыуыуын һорай. Ҡыҙлы булыу теләгенән түгел, ә ошо сир менән башҡа күҙгә-күҙ осрашмаҫ өсөн. Сөнки Дюшенн миопатияһы малайҙарҙа ғына асыҡлана.

Әммә... «өҫтә» был мәсьәлә-не үҙҙәренсә хәл итәләр. Һуңғы УЗИ тикшереүе генә яралғының малай икәнен күрһәтә. Уға тиклем енесен белә алмай аҙаплана табиптар. «Ни булһа ла булыр, сабыйҙа сир табалар икән, тимәк, Аллаһы Тәғәлә тарафынан миңә инвалидтар тәрбиәләү йөкмәтелгән. Табам», - тип ныҡлы ҡарар итә ҡатын. Тупылдап торған бәпес бүләк итә ул Фиданға. Әммә тәүге тикшеренеүҙәрҙән үк Эльданда ла ауырыу билдәләре булыуын әйтә табиптар.

Шаңҡыуҙан бер аҙ арына алмай улар, әммә балалары алдында көсһөҙлөгөн, күҙ йәштәрен күрһәтмәҫкә, ныҡ булырға ҡарар итәләр. Әле Эльдандың дүрт йәше тулып килә. Балалар баҡсаһына йөрөй. Уйнай, көлә, һикерә. Шулай ҙа Эльвира улының йығылһа, ауырлыҡ менән тороуына иғтибар итеп өлгөргән дә инде. Был ауырыу шуныһы менән дә аяуһыҙ, яйлап бөтә ағзаларҙы зарарлай. Илнурҙың йөрәге ауыртһа, Эльдандың күреү һәләте бик яҡшынан түгел. Күҙлек яҙып биргән табип. Врачтарҙың ярҙамынан тыш, хөкүмәттең дә тейешле терәген тоямы икән ғаилә?

- Рәсәй Президентының бы-йыл яңы ҡарары сыҡты. Уға яраш-лы, беренсе тикшерелгәндә үк кешегә билдәле ауырыуҙар исемлеге буйынса инвалидлыҡ мөҙҙәтһеҙ ваҡытҡа бирелә. Беҙҙең сир ҙә был исемлектә бар. Дауалап булмаҫлыҡ сир булһа ла, инвалидлыҡты раҫлар өсөн элек йыл һайын документ йыйып, комиссия үтергә, дауаханала ятырға тура килә ине. Быйылдан инвалидлыҡ икеһенә лә 18 йәшкә тиклем тапшырылды. Бушлай ике инвалид коляскаһы, памперстар, биобәҙрәф, ортопедик түшәк, мендәр бирҙеләр. Былар беҙҙең өсөн әлеге ваҡытта иң кәрәкле әйберҙәр. Сөнки оло улым түшәктә. Әҙерәк тороп ултыра ала. Йөрөү, атлау тураһында һүҙ ҙә юҡ. Дауаханаға барғанда лифттан файҙаланабыҙ, үҙҙә-ренең коляскаһын бирәләр. Аңлап ҡарағандары өсөн рәхмәт. Шулай ҙа, медицина хеҙмәтләндереүе йәһәтенән иғтибарлыраҡ булһындар ине. Күкрәк ситлеге деформацияһы булғанға күрә, ярты йыл һайын кардиологҡа күренергә кәрәк. ЭКГ-ны өйгә килеп төшөрөп китһәләр арыу булыр ине. Анализдарҙы ла килеп алһалар, баланы тыңлап китһәләр ҙә ҡамасауламаҫ. Күп осраҡта түләүле хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итергә тура килә. Гел ятыу сәбәпле, тын юлдары ауырыуҙарын ауыр үткәрәбеҙ, йыш ҡына эсе ҡата, ҡоҫҡоһо килә. Сөнки хәрәкәт юҡ, организм «йоҡлай», - ти Эльвира Хәйбуллина.

Илнурға әле 15 йәш, 8-се класта уҡый. Уҡытыусыһы Роза Латипова көн һайын килеп, уның менән шөғөлләнә. Улай ғына түгел, баланың һәләтен күреп, ҡул эштәрен төрлө конкурстарға ебәрә. Егет әллә нисәмә тапҡыр Бөтә Рәсәй конкурстарында I, II дәрәжәле дипломдарға лайыҡ булған. Пластилиндан төрлө нәмәләр эшләй. Әле яңыраҡ йыр дәресе лә инә башлаған. Роза Руфат ҡыҙы менән йырларға өйрәнәләр.

Арыу өлөш төшкән Эльви-раға. Әммә ул, яҙмыштарҙан күпкә көслөрәк. Рухын һындыр-майынса, ауырлыҡтарға түҙеп, балаларына ғәзиз әсәй, тормош иптәшенә һөйөклә ҡатын булып йәшәүен дауам итә. Гел генә такси хеҙмәттәренән файҙаланып яфаланған ҡатын машина йөрөтөүгә таныҡлыҡ ала, автомобилле лә була, хәҙер үҙе руль артында елдерә. Ҡыйын-лыҡтарҙан ҡурҡмай, үҙе менән йәнәшә атларға риза булған Фиданына ул сикһеҙ рәхмәтле.


Читайте нас: