газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ноябрь 2018, 10:58

Тик ентекле эш менән ышаныс яулана

Бөгөнгө тормошто банк хеҙмәттәренән тыш күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Предприятие-ойошмаларҙың күпселеге банктарҙың киң хеҙмәттәр комплексын файҙалана, һәр бер кеше тиерлек уларҙың клиенты булып тора. Был тармаҡта конкуренция юғары һәм клиенттарҙың ышанысын тик ентекле эш һәм яҡшы мөнәсәбәт менән генә яулап алып була. «Россельхозбанк» йәмғиәтенең Салауат ҡалаһындағы офисы идарасыһы Наилә Фазлыева ошо фекерҙең алтынға бәрәбәр икәнен иҫбатлай. 2 декабрь - Рәсәй банктары хеҙмәткәрҙәре көнө дәүләт кимәлендә рәсми раҫланмаһа ла, эштәре банк тармағы менән бәйле булған кешеләр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, ти ул.

- Наилә Илфир ҡыҙы, «Россельхозбанк»тың эшмәкәрлеге менән ҡыҫҡаса ғына таныштырып үтһәгеҙ ине.

- «Россельхозбанк» йәмғиәте 2000 йылда РФ Президенты Владимир Путин указы буйынса, ауыл хужалығы тармағына ярҙам итеү маҡсатында, барлыҡҡа килде. Бөгөнгө көнгә банк универсаль булып һанала һәм илебеҙҙең эре ойошмалары иҫәбенә инә. Ул агросәнәғәт кредиторҙары менән эшләү буйынса алдынғылар рәтендә генә түгел, шулай уҡ башҡа өлкә ойошмалары менән хеҙмәттәшлек алып бара, ябай кешеләргә хеҙмәттәрен актив тәҡдим итә. Беҙ 100 процентлы дәүләт банкы, шуға күрә дәүләт беҙгә билдәле бурыс-тар йөкмәтә, йәғни пенсионерҙарға льго-талы шарттарҙа кредит биреү, банкка һалынған аҡсаларына юғары ставкалар билдәләү, кесе бизнесҡа социаль ярҙам, льготалы кредитлау ҡаралған.

- Банктың Салауаттағы офисы ҡасан эшләй башланы?

- «Россельхозбанк»тың Салауат филиалы 2013 йылда асылды. Быйыл тәүге биш йыллыҡ эшебеҙҙе билдәләнек. Беҙҙең офис динамикалы үҫештә, күрһәткән хеҙмәттәребеҙ ҙә бик күп төрлө. Дәүләт программалары сиктәрендә, юридик шәхестәргә иҫәп-касса, һатып алыуҙа ҡатнашыусыларға махсус счеттарҙы хеҙмәтләндереүҙә, төҙөүселәргә иҫәп асыуҙа ярҙам итәбеҙ. Бюджет учреждениелары, коммерция ойошмалары өсөн эш хаҡы проекттарын асабыҙ. Ябай халыҡҡа килгәндә, беҙҙең банкта түбән ставкалы ипотекалар бирелә, бигерәк тә был юҫыҡта бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә, йәш ғаиләләргә өҫтөнлөк бирелә һәм дәүләт ярҙамы менән торлаҡ кредиты 6 процент тирәһенә төшә. Ҡулланыу кредиттарын биреүҙә лә бюджет тармағы хеҙмәткәрҙәренә, пенсионерҙарға, даими клиенттарыбыҙға һиҙелерлек ташламалар бар. Йылдан-йыл беҙҙең банктың ышаныслы булыуына кешеләр инана, шуға күрә хеҙмәттәшлек иткән ойошмаларыбыҙ һәм клиенттарыбыҙ һаны ла арта. 2017 йылда, мәҫәлән, беҙ 100 млн һумдан ашыу күләмгә кредит бирҙек. Вкладтар ҙа байтаҡ ҡына, 1 млдр һумға яҡын.

- Банк хеҙмәткәрҙәренең эше ауырмы? Был өлкәлә уңышлы хеҙмәт итеү өсөн кеше ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш? Әлеге ваҡытта һөнәр һайлау алдында торған йәштәргә нимә әйтер инегеҙ?

- Мин үҙем банк системаһында 23 йылдан ашыу. 1993 йылда юллама буйынса Һаҡлыҡ банкына эшкә килгәйнем, остазымдың тырышлығы менән был һөнәргә шул тиклем ғашиҡ булдым, бөгөнгә тиклем бер ҙә үкенгәнем юҡ. Банк хеҙмәткәрҙәренең девизы - ул кешеләргә кәрәкле булыу. Клиенттар булмаһа, банк та юҡ, шуға күрә беҙҙең өсөн иң мөһим сифат ул кешеләр менән эшләй белеү, ҙур сыҙамлыҡ күрһәтә белеү. Мин өс төрлө банкта эшләнем һәм һәр ваҡытта ла коллективтың берҙәм команда булыуы яҡлы инем. Бар ерҙә лә дуҫ, татыу коллективҡа эләгеүемә рәхмәтлемен, эштең һөҙөмтәһе ана шул берҙәмлеккә бәйле.

«Россельхозбанк»тың Салауатта-ғы офисында 8 хеҙмәткәр эшләй. Уларҙың һәр береһенең тәжрибәһе бар, яңылыҡтарҙы тиҙ үҙләштерәләр, халыҡты тейешле кимәлдә хеҙмәтләндереү өсөн барлыҡ тырышлыҡтарын һалалар. Йәштәр банк хеҙмәткәре һөнәрен һайларға теләһә, теүәл фәндәрҙе белеүҙән тыш, был өлкәлә бөтә күңелеңде һалып эшләргә кәрәклеген, кешеләрҙең ышанысын яҡшы мөнәсәбәт, грамоталылыҡ менән генә яулап алырға мөмкин икәнен аңлаһындар. Банк тармағында көнәркәшлек юғары, шуның өсөн клиентты йәлеп итеү өсөн ҙур тырышлыҡ талап ителә. Ә клиенттар күбәйгән һайын беҙҙең эш һөҙөмтәһе лә юғарыраҡ буласаҡ. Шуға күрә Банк хеҙмәткәрҙәре көнөндә үҙемдең хеҙмәттәштәремә генә түгел, беҙҙең банк хеҙмәттәре менән файҙаланыусыларға ла уңыштар, маҡсаттарына ирешеүҙәрен һәм һаулыҡ теләйем.


Читайте нас: