Мәктәпте тамамлағанда уҡ ҡыҙ юрист булырға ныҡлы ҡарар итә. Халыҡ-тың мәнфәғәтен, хоҡуғын яҡлағыһы килә уның. Университетта юғары белем алып, хеҙмәт юлын «Салауат ашханалар тресы»нда юрист булып башлай. Кадрҙар буйынса начальник урынбаҫары була, һуңғараҡ ҡала хакимиәтенә саҡырыу ала. 1998 йылда хакимиәттә бергә эшләгән өс юрист адвокаттар филиалын булдырырға ҡарар итә. БР Адвокаттар коллегияһына имтихандар тапшырып, адвокат статусын алалар. Егерме йыл инде ошо урында. Филиалды Лариса Шәрифуллина етәкләй. 3 декабрҙә Рәсәй юристары көнө билдәләнеү айҡанлы, уның менән бер аҙ һөйләшеп алдыҡ.
- Коллективта минең менән бергә биш кешебеҙ: Флүрә Ғәфүрова, Людмила Кошелева, Лилиә Халиҡова һәм Рөстәм Аязғолов. Беҙ «Рәсәй Федерацияһында адвокаттар эшмәкәрлеге адвокатураһы тураһында»ғы Федераль законға таянып эш итәбеҙ. Халыҡҡа хоҡуҡи ярҙам күрһәтәбеҙ. Кешеләр күберәк милек бүлеү, бүләк итеү, ер участкалары алыу кеүек һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Урында граждандарҙы ҡабул итеү менән генә сикләнмәйбеҙ, судта, арбитраж судта, тәүтикшереүҙә ҡатнашабыҙ. Бөтә филиалдарҙы берләштергән БР Адвокаттар коллегияһы ҡушыуы буйынса бушлай юридик ярҙам күрһәткән махсус көндәр ҙә бар. Мәҫәлән, етем балалар, инвалидтар, ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләр бындай хоҡуҡҡа эйә. Кәрәк булһа, сәләмәтлеге буйынса килергә мөмкинлеге булмаған оло йәштәге кешеләрҙең өйҙәренә лә сығабыҙ, - тип һөйләй коллегия етәксеһе Лариса Хәлләф ҡыҙы.
Адвокаттар халыҡтың хоҡуҡи белеме бик түбән булыуын билдәләй. Уҡымайынса, һорашмайынса, теләһә ниндәй ҡағыҙҙарға ҡул ҡуялар, шул арҡала күңелһеҙ хәлгә тарыйҙар, ти белгестәр. Оҫта адвокат бурыстарын яҡшы белергә, уның ярҙамына ышанған кешене яҡлай белергә, фәҡәт законға таянып эш итергә тейеш. Улары иһә, көн һайын тигәндәй үҙгәрә. Суд процестары төрлө була. Ябайҙары ла, ауырҙары ла. Тап ғәҙәти булмаған эштәр адвокатты һынай, камиллашыуға этәрә. Филиал адвокаттары ла даими уҡып, имтихан бирә, сертификаттарын яңырта.