газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2018, 10:49

Улдарым - таяныстарым,

- ти бәхетле әсә Регина Камалова Әсәй - ерҙә иң ғәзиз, иң яҡын кеше, сөнки ул һине тыуҙырған, күкрәк һөтөн имеҙгән, йыр көйләп бишектә тибрәткән, беренсе йылмайыуыңды күреп ҡыуанған, туған телде өйрәткән, халыҡ моңон күңелеңә һеңдергән. Әсәйҙәрҙең һиңә ҡылған изгелеген һанап бөтөрөү мөмкинме һуң? Ике балаға ғүмер биргән Регина Хөсәйен ҡыҙы ана шундай әсәләрҙең береһе.

Нескә генә гүзәл зат тормош иптәше Марс менән ике ул үҫтерә. Эмиль 17-се мәктәптә белем ала, ҡаяға үрмәләү буйынса түңәрәккә йөрөй. Ә Рузил 44-се балалар баҡсаһында тәрбиәләнә. Регина 2007 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһын тамамлағас, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Ә быйыл ул 11-се мәктәпкә эшкә барған. Яңы уҡыу юлына аяҡ баҫҡан уҡыусыларҙы белем үренә әйҙәй.

- Иң ҙур бәхетем - ғаиләм. Балалар шатлығына ҡыуанып, тормош иптәшең менән тиң-тигеҙ ғүмер итеүҙән дә олораҡ ҡыуаныс юҡтыр. Ике улым - ике ҡанатым минең. Үҙем әсәй булғас, әсә ҡәҙерен яҡшы аңлайым. Мәктәптә лә балалар менән эшләү миңә оҡшай. Шуға ла уҡытыусы һөнәрен һайланым. Әсәй һәр бер кеше өсөн иң ҡәҙерлеһе, иң һөйкөмлөһө. Улдарым да атай-әсәй ҡәҙерен иҫтән сығармаҫ тип уйлайым, - ти Регина Хөсәйен ҡыҙы.

Регина Камалова буш ваҡытында ҡағыҙҙар, бантиктар ярҙамында төрлө әйберҙәр эшләй. Аш-һыуға ла оҫта. Тәмле ризыҡтарын улдары һәм тормош иптәше көтөп ала. Регина уҡыусыларына, улдарына белгәндәрен генә өйрәтеп ҡалмай, ә бар йылыһын бирә, тирә-яҡты, тормошто яратырға өндәй, матурлыҡҡа һөйөү тәрбиәләй.


Читайте нас: