газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2018, 10:54

Хәстәрлек тоя балалар

Ғаиләлә һаулыҡ мөм­кин­лектәре сикләнгән бала тәрбиәләү - ата-әсә өсөн оло һынау. Әммә улар бирешмәҫкә тырыша, тормошто дауам итергә көс таба. Бәләләре менән яңғыҙҙары булмауын тойоу ышаныс та өҫтәй. Ҡалалағы «Әсә йөрәге» йәмәғәт ойошмаһы инвалид балаларға ярҙам итеү, уларҙы үҙ-ара таныштырыу, берләштереү маҡсатында ойошторолған.

Унда йөрөүсе балалар тулы ҡанлы тормош менән йәшәй, тип әйтергә лә мөмкин. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашалар, йырлайҙар-бейейҙәр, ҡыҫҡаһы, таланттарын күрһәтәләр. Уның етәксеһе Мария Дорофеева ла ҡулсалағы тейен ише, әле тегендә, әле бында йүгерә: берәй байрам үткәрһенме, путевкалар юллаһынмы, проблемаларҙы хәл итһенме, ҡайҙалыр сәйәхәт ойошторһонмо. Һүҙ юҡ, быны бер үҙең генә атҡарып сығырлыҡ түгел. Барыһы ла булыша. Шулай ҙа, ойоштороу мәсьәләләре, ҡағыҙ-документтар тултырыу, ни тиһәң дә, етәксенең иңенә төшә. Яңыраҡ ул ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилмановҡа ҡабул итеүгә барған. Балаларҙың ҡулдары менән яһалған открытка бүләк иткән, йәмәғәт ойошмаһы исеменән Рәхмәт хаты тапшырған.

- Тәүге тапҡыр “Бригантина” лагерына бағымсылар иҫәбенә барҙыҡ. Беҙгә унда бик оҡшаны. Балалар рәхәтләнеп ял итте. Былтыр, быйыл аҡса ҡала бюджетынан бүленде. Әле лә 2019 йылға йәйге ялды ҡайғыртып йөрөүем. Фәрит Фәррәх улы, һәр ваҡыттағыса, идеямды хупланы, ярҙам итергә вәғәҙәләне. Путевкаларҙың күберәк бүленәсәгенә өмөт бар. Ҡала башлығы ойошмаға инмәгән ғаиләләрҙе лә үҙебеҙгә ылыҡтырырға тәҡдим итте. Ҡыймай, оялып өйҙәрендә генә бикләнеп ултырыусылар ҙа юҡ түгел. Әле ойошмала иҫәптә 100-гә яҡын бала тора. Бергә, берҙәм булһаҡ, ауырлыҡтар ҙа еңелерәк үтер. Ҡушылығыҙ беҙгә, һәр кемде шатланып ҡаршы алырға әҙербеҙ, - тине ойошма рәйесе.


Читайте нас: