газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2018, 15:43

Йорт биләмәһен беләһеңме?

Ҡалабыҙҙа йәшәүселәр йорт тирәһендәге күпме биләмә үҙҙәренә ҡарағанын беләме икән? Юҡтыр. Шуға ла әлеге ваҡытта Салауатта территорияларҙы межалау процедуралары бара. Был һорау буйынса ҡала хакимиәтендә асыҡ тыңлауҙар ҙа уҙҙы.

Ерҙе межалау ул күрше участка менән сиктәрҙе теүәл билдәләргә ярҙам итә. Шуныһын иҫтә тоторға кәрәк, күп фатирлы йорт янындағы территорияға ыҙанлау үткәрелмәгән икән, милекселәр уны үҙ ҡарамағында ҡулланыуға хоҡуҡлы түгел. Мәҫәлән, үҙ теләктәре менән уйын, йә спорт майҙансығы төҙөтә, йәшеллек ултырта, хатта законһыҙ рәүештәге төҙөлөштәрҙән дә һаҡлай алмай. Шуның өсөн дә йорт тирәһендә территорияны һәм уның сиктәрен ваҡытында билдәләп, документ менән раҫлап ҡуйыу хәйерлерәк.

Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Талип Кәлимуллин билдәләүенсә, 2008-2009 йылдарҙа ҡалалағы йорт янындағы ер участкалары ашығыс рәүештә генә кадастр иҫәбенә ҡуйылған. Йорттар барлыҡ санитария, уңайлы йәшәү нормаларын иҫәпкә алып төҙөлһә лә, ер участкалары документта дөрөҫ билдәләнмәгән. Хәҙер инде межалауҙы дөрөҫ итеп үткәреү өсөн кадастр хеҙмәте мәғлүмәттәре өйрәнелгән, идара итеүсе компаниялар менән һөйләшеүҙәр уҙғарылған, белгестәр урынға сығып, территорияны тикшергән. Улар һәр яҡлап та тигеҙлек, ғәҙеллек һаҡлап ҡалырға тырышҡан.


Читайте нас: