- Ҡасандыр ауырлыҡ менән асылған “Салауат” гәзитен һаҡлап ҡалыу, уның дуҫтарын арттырыу өҫтөндә эҙмә-эҙлекле эш алып барырға кәрәк. Был эштә йәмәғәт ойошмалары ла, предприятие етәкселәре лә активлыҡ күрһәтергә тейеш. Урындағы власть органдары ла ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһының мөһимлеген аңлаһа, тиражды арттырыу мәсьәләһен хәл итергә мөмкин.