газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ноябрь 2018, 11:39

Тормош юлдары ҡатмарлы, бер яңғыҙың һин уны үтмә

Көҙ бер аҙ моңһоуыраҡ миҙгел булһа ла, күңел төшөрөп ултырырға бер ҙә ваҡыт юҡ. Гәзиткә мәҡәләр яҙыуҙан тыш, баҫмабыҙға яҙылыу өсөн кешеләрҙе лә әйҙәргә кәрәк. Ә бына араларында «Салауат» менән дуҫлығын бер ваҡытта ла өҙмәгән апай-ағайҙар, инәй-бабайҙарыбыҙ ме-нән һоҡланабыҙ һәм уларға бик тә рәхмәтлебеҙ. Мәғзүрә апай менән Әнүәр ағай Йомағужиндар ана шундайҙарҙан. Гәзиткә яҙылыу башланды тип иғлан ителеү менән, бына бабайым минән һиңә бүләк булыр, яратҡан гәзитеңә яҙылып сыҡ, тип аҡса бирҙе, тип ҡыуанып килеп инде Мәғзүрә апай.

Был апайҙы элегерәк архитектурала эшләгән ваҡытында хеҙмәт коллективы менән яҙырға тура килгәйне. Шунан алып осрашҡан һайын яҡын кешеләр кеүек аралашабыҙ. Үҙенең ихласлығы, алсаҡлығы менән һоҡландыра ул мине. Күп йылдар үткәндән һуң ғаилә менән дә танышырға тура килде бына. Бер яҡтан ҡарағанда, бөгөнгө геройҙарым Салауатта йәшәүсе ғәҙәти ғаилә. Икенсе яҡтан - яҙмыштары урау-урау юлдар аша килеп үрелеп, хәҙер инде 30 йылға яҡын шатлыҡта ла, хәсрәттә лә бер-береһенә терәк-таяныс булып ғүмер иткән хөрмәткә лайыҡ пар улар.

Әнүәр Сәхәүетдин улы үҙе тураһында бик һөйләргә яратмаһа ла, эштә унан да маһирыраҡ, тырыш кеше юҡ. Салауат ҡалаһының данлыҡлы оптика, машиналар эшләү заводтарында токарь булып эшләп, 43 йыллыҡ хеҙмәт стажын тултырған. Хаҡлы ялға сығыуына 8 йыл булыуына ҡарамаҫтан, эшһеҙ тороуҙы өнәмәй. Шәхси йорттарындағы хужалыҡты ялт итеп тота. Йыш ҡына һөйөклө тормош иптәшен еңел автомобиленә ултыртып туғандарына ла алып барып килә. Әнүәр ағай үҙенең тыуып үҫкән Муса ауылын ташлап китмәгән. Ошонда йорт һалып инә һәм әлеге көнгә тиклем гөрләтеп донъя көтә ул хәләле менән. Уларҙың зауыҡ менән йыйыштырылған өйҙәрендә шул тиклем тыныс, рәхәт. Ҡайһы ергә генә күҙ һалма, барыһы ла хужабикә ҡулдарының йылыһын алып, балҡып, йылмайып торған кеүек. Ә инде Мәғзүрә апай үҫтергән гөлдәр йылы мөхиткә тағы ла бер йәм, йәнлелек өҫтәй. Йомағужиндар йорттары янындағы баҡсала емеш-еләген дә, йәшелсәһен дә мул итеп үҫтереп ала.

Ишембай районының Этҡол ауылы ҡыҙы Мәғзүрә Хызыр ҡыҙының мәктәпте тамамлағас, юғары уҡыу йортона ла, урта һөнәри белем учреждениеһына ла инеү мөмкинлеге булһа ла, ул әхирәтен ташламайым тип, уҡырға кермәй. Ә бына эштән бәхете була. Мин бер ваҡытта ла эш эҙләп йөрөмәнем, эш мине үҙе тапты, ти Мәғзүрә апай. Салауаттағы Минват заводында эшләгәндә лә, ҡала архитектураһында инженер-картолог бурыстарын алып барғанда ла ул үҙен егәрле һәм оҫта һөнәр эйәһе итеп таныта. Ошоноң менән коллективында хөрмәт ҡаҙана. Тәүге иренән уңмағас, улы Әнүәрҙе 16 йыл бер үҙе тәрбиләй. Ә буласаҡ тормош иптәше менән осраҡлы ғына бер ҡунаҡта танышалар. Эшһөйәр, һәр ваҡыт ярҙамсыл Әнүәр Сәхәүетдин улы менән ярты һүҙҙән аңлашып, бер-береһенең ҡәҙерен белеп, хөрмәтләп йәшәүе менән бәхетле бөгөн Мәғзүрә апай. Улдарын һөйөклөһө менән бергә оло тормош юлына баҫтыра. Хәҙер бер ейәнгә һәм ике бүләгә олатай-өләсәй улар.

Яҙмыш ниндәйҙер һынау алдына ҡуйғанда ла яҡын кешеңдең һиңә ышаныуы, терәк булыуы бик мөһим икәнен яҡшы аңлай Йомағужиндар. Әнүәр ағайҙы ҡаты сир йыҡҡанда ла, Мәғзүрә апай уны аяҡҡа баҫтырыу өсөн бар көсөн һала. Аллаға шөкөр, хәҙер мине машинаһында ла елдереп йөрөтөп алып килә ала, ти хужабикә.

- Ғаиләлә хыянатҡа урын булырға тейеш түгел. Бер-береңдең эшен аңларға, ярҙам итергә, холҡон төшөнөргә, кәрәк саҡта юл биреү ҙә кәрәк. Шул саҡта ғаилә лә ныҡ булыр. Миңә ошондай тормош иптәшен юлдаш итеүенә Хоҙайға рәхмәтлемен, - тип намаҙҙарҙы уҡып тора, киләсәктә ҡала мәсетенә йөрөргә ниәт иткән Мәғзүрә Хызыр ҡыҙы.

Һөйөүҙәре тураһында әллә ни артыҡ һүҙҙәр һөйләмәһәләр ҙә, күҙҙәренән, ҡараштарынан бер-береһенә булған ҡәҙер-хөрмәт сағылып торған ғаиләләр һәр саҡ матур тәьҫораттар ҡалдыра. Татыулыҡты, намыҫлы хеҙмәтте ғүмер юлдашы итеп алған Йомағужиндар менән аралашыуҙан да күңелемә матур уйҙар, йылы тойғолар ғына алып ҡайттым.


Читайте нас: