Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ноябрь 2018, 10:49

Тигеҙ юлдан йөрөрбөҙ

Соҡор-саҡырлы юлдар, еме-релгән асфальт урындарында ямғырҙан һуң күләүектәр хасил булған. Әлегә 47-се балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр ошондай юлдарҙан йөрөргә мәжбүр. Проблеманың мөһимлеген аңлап, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы коллективы, ата-әсәләр һәм яҡын-тирә йорттарҙа йәшәүселәр уны отошло хәл итеү юлын тапҡан.

Улар республикала әүҙем эшләп килгән урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына уңышлы ҡушылған һәм кисекмәҫтән матур юлдар тураһындағы татлы хыялдарҙы тормошҡа ашырыуға тотонған.

- Балалар баҡсаһына 1972 йылда нигеҙ һалынһа, асфальт та шул ваҡыттан бирле алыштырылмаған. Саф һауаға сыҡҡанда кескәйҙәр йүгерә, уйнай, һикерә. Улар йығылып, ҡурҡыныс йәрәхәттәр алыуы ихтимал - шуныһы борсой беҙҙе. Һүҙ юҡ, хәл ителергә тейешле проблемалар етерлек. Әммә беҙ асфальт-бетон япмаһын ремонтлауҙы тәүмаҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Киләсәктә балалар хәүефһеҙ, заманса итеп түшәлгән юлдарҙан йөрөп рәхәтләнер әле, - тип һөйләй балалар баҡсаһы мөдире Эльвира Ваһапова.

Йәмәғәтселек эште оҙаҡҡа һуҙмай. Йәһәт кенә кәрәкле документтар тултыра, йыйылыштар үткәрә, флешмобтар ойоштора. Балалар төшөргән фотоһүрәттәрҙән уларҙың нимә тураһында хыялланыуҙарын асыҡ аңларға мөмкин. Әле 1 млн 326 мең 850 һумға смета төҙөлгән. Инициатив төркөм эште контролдә тота, уның барышы менән ҡыҙыҡһына. Өлкәндәр ҙә, бәләкәстәр ҙә конкурста еңеүҙәренә бик ышана һәм киләһе йылда яңы юлдан йөрөүҙәренә өмөтләнәләр.

Кескәйҙәрҙең был мәсьәләгә етди ҡарауы, ололарса фекер йөрөтөүе аптыратты.

- Һеҙ ни өсөн яңы асфальт түшәлеүен теләйһегеҙ? - тип һорайым үҙҙәренән.

- Беҙҙең дә рәхәтләнеп, ҡурҡмайын-са йүгерге, уйнағы килә. Әле улайтып булмай. Сөнки асфальт туҙған, ул бик насар хәлдә. Эләгеп йығылып, аяҡты йәрәхәтләүең, тубыҡты һыҙырыуың ихтимал, - тип дәррәү яуапланы улар.

Алда халыҡ менән эшләү, бағымсылар эҙләү, ҡағыҙҙар юллау һәм башҡа бик күп эштәр көтә. Шундай мөһим проектта ҡатнашырға баҙнат иткәндәр икән, тимәк, тырышлыҡ һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәҫ. Үҙҙәре лә быға бик ышана.


Читайте нас: