Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Ноябрь 2018, 13:01

Йылы тәҙрәләр өшөттөрмәҫ

Балалар бәләкәй саҡта күптәрегеҙ балалар баҡсаһына иҫке тәҙрә рамдарын йәбештерергә йөрөгәндер, моғайын. Миңә лә ике улымдың төркөмөнә барып, тәрбиәсе ярҙамсыларына булышырға тура килде. Тәүҙә ел өрмәҫлек итеп араһына мамыҡ тултыраһың, өҫтөнән ҡағыҙ менән үтәһең. Мәшәҡәтле, ваҡ эш. Файҙаһы булһа бер хәл. Тырышып-тырмашып яма-ған урындарҙан ҡышын һыуыҡ ел барыбер керер урынын таба. 42-се балалар баҡсаһында ла тәҙрәләр яңыртыуҙы талап итә. Улар мәсьәләне отошло хәл итеү юлын тапҡан.

Коллектив республиканың урын-дағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашырға булған. Балалар баҡсаһы, ата-әсәләр, Калинин урамындағы 36-сы йортта йәшәүселәр менән «Уңышлылар союзы» террито-риаль йәмәғәт үҙидаралығы булдырыла. Йәһәт кенә йыйылыш үткәреп, нин-дәй эштәр башҡарырға кәрәклекте хәл итәләр. Һөҙөмтәлә, бер тауыштан балалар баҡсаһында иҫкергән тәҙрәләр-ҙе алыштырырға, тигән фекергә киләләр.

- Был программа республика, урын-дағы бюджеттан, халыҡтан йыйылған аҡса иҫәбенә шарттарҙы яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Йыйылышта ҡаршы килеүселәр булманы. Барлыҡ эштәр барышын контролдә тотоу өсөн инициа-тив төркөм һайланды. Барыһы ла балалар баҡсаһында тәҙрәләр алыштырырға кәрәклекте хупланы. Хәҙер бағымсылар табып, тырышлыҡ менән программала еңеп сығырға ғына ҡала, - тип һөйләй йыйылыш рәйесе, ошо балалар баҡсаһы мөдире Гүзәл Петренко.

Теләк булыу ғына етмәй әле. Бының өсөн бик күп документтар әҙерләргә, подрядсы ойошмалар эҙләргә кәрәк. Әле 1 млн 317 мең 478 һумға смета төҙөлгән. Аҡса артып ҡалған хәлдә, уны балалар баҡсаһы өсөн кәрәкле төҙөлөш материалдарын һатып алыуға тотонасаҡтар. Кескәйҙәрҙең үҙҙәре лә етди эштә ҡатнашыуҙарын яҡшы аңлай. Музыкаль залда «Беҙ йылы тәҙрәләр яҡлы» флешмобында ҡатнашыу өсөн ҡыҙыу репетиция бара. Йыр-бейеүҙәр аша балаларҙың нимә тураһында хыялланыуҙарын тойомларға була.

- Ни өсөн һеҙгә йылы тәҙрәләр кәрәк? Балалар баҡсаһында тәҙрәләр былай ҙа яҡшы түгелме ни? - тип һорайым.

- Юҡ, улар иҫкергән. Беҙ яңыларын ҡуйыуҙарын теләйбеҙ. Йылы ла, яҡты ла буласаҡ, - тине улар бер тауыштан. Кем уҙарҙан шиғырҙарын да һөйләп ишеттерҙеләр.

Алда мөғжизәле Яңы йыл байрамы етеп килгәнгә, балалар Ҡыш бабайға хат та әҙерләп ҡуйған. Унда тылсымлы бабайҙарынан теләктәрен тормошҡа ашырыуҙарын һорағандар, һүрәттәр төшөргәндәр. Балаларҙың теләге мотлаҡ бойомға ашырға тейеш.

Балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Валентина Мордовина был мөһим эштә яңғыҙ булмауҙарын билдәләп үтте.

- Бөтә уңайлыҡтар, шарттар, тәү сиратта, кескәйҙәр өсөн булдырылырға тейеш. Әле, нисек кенә тырышмайыҡ, төркөмдәрҙәге температура режимын теүәл үтәп булмай. Ни өсөн тигәндә тәҙрәләр бик иҫкергән. Балалар өсөн хәүеф тә тыуҙыра. Ата-әсәләрҙең, яҡындағы йортта йәшәүселәрҙең тәҡдимде хуплап, әүҙемлек күрһәтеүҙәре ҡыуандыра, - ти ул.

Ынйы Вәлиева, балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсенең әсәһе:

- Программала еңеп сығыуыбыҙға бик өмөтләнәбеҙ. Шул сағында балаларыбыҙҙың һаулығы, хәүефһеҙлеге өсөн дә тыныс булырбыҙ.
Читайте нас: