Килеп ингәс тә, тамаша залының ярым буш булыуы күҙгә салынды. Плакаттар, шарҙар, банерҙар күтәреп, яҡындары өсөн янып көйөргә килгән көйәрмәндәргә лә иғтибар итмәҫлек түгел. «Аҡбашевтар - иң яҡшыһы» тигән яҙыу тотҡан оло ғына йәштәрҙәге апай янына киләм. «Апай, бөгөн һеҙҙең балаларығыҙ ҡатнашамы әллә?» - тим. «Юҡ, балам. Конкурста ейәнем Динисламдың тәрбиәсеһе Лилиә Мөбәрәк ҡыҙы ғаиләһе менән сығыш яһай. Ейәнем балалар баҡсаһына барғанынан бирле уның төркөмөнә йөрөй. Ул шундай яҡшы тәрбиәсе, тыйнаҡ, оялсан. Һәләте булһа ла, әллә ни үҙен күрһәтергә ашҡынып бармай ине бығаса. «Йәш ғаилә» конкурсында ҡатнашырға тәүәккәллек итеүенә бик шатландыҡ. Еңеп сығыуына өмөтләнәбеҙ», - тине Гөлүзә Вәлишина.
Өләсәһенең эргәһендә бәләкәй Динислам да тора. «Мин тәрбиәсемде бик яратам. Ул шундай изге күңелле, балаларҙы ныҡ ярата»,- тип ул да һүҙгә ҡушылды.
Конкурс башланды. Ана, сәхнәгә үҙҙәрен иң яҡшы яҡтан күрһәтергә баҙнат иткән матур, сағыу кейемдәрҙә дүрт ғаилә сыҡты. Улар: Лилиә һәм Максим Аҡбашевтар, Регина һәм Никита Шуваловтар, Лилиә һәм Кәрим Ильясовтар, Айгөл һәм Владислав Цуприктар.
Тормош биҙәге тип һаналған балалар кисәгә тағы ла нығыраҡ йәм, бәрәкәт өҫтәне. Хатта туғыҙ айлыҡ һәм 1,5 йәшлек ҡыҙҙар ҙа бәйге тоторға килгәйне. Ярыш башланыр алдынан баһалама ағзалары менән таныштырып уҙҙылар. Унда ҡала хакимиәте вәкилдәре, ойошма етәкселәре, бағымсылар ингәйне.
- Бәләкәй генә сабыйҙар менән дә ҡатнашырға теләк белдереүегеҙ бик һәйбәт күренеш. Ғаилә - дәүләт нигеҙе. Ҡалала эшләнгән парктар, фонтандар, бөтә уңайлыҡтар һеҙҙең өсөн, кескәйҙәр өсөн. Артабан да ҡала именлеге хаҡына тырышып эшләүегеҙгә ышанам. Бөгөнгө кисә сағыу, күңелле һәм бик шәп булмаҡсы. Ҡала данын республикала ла танытығыҙ, - тине жюри рәйесе, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Дилбәр Мостафина.
Оҙаҡ кәңәшләшкәндән һуң,баһалама ағзалары шундай һығымтаға килде. «Иң татыу ғаилә» тип Ильясовтарҙы билдәләне, бронза призер итеп Шуваловтарҙы атаны, Цуприктарҙы икенсе урынға лайыҡ тип тапты. Мәртәбәле беренсе урын Аҡбашевтарға бирелде. Көслө алҡыштар, ҡул сабыуҙар, күҙ йәштәре, тулҡынланыу... Көйәрмәндәрҙең шатлығын күрһәгеҙ! Аҡбашевтар өсөн көйгәндәрҙең, сара башланыр алдынан беҙ һөйләшкән Гөлүзә апай менән Динисламдың теләктәре бойомға ашты бит. «Йәш ғаилә - 2018» тип танылған Аҡбашевтар янына ашығам. Максим «Өфөгидромаш» предприятиеһында эшләй, Лилиә - 37-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, Әлиә 3-сө класта белем ала, Айҙар иһә әсәһе эшләгән балалар баҡсаһында әҙерлек төркөмөнә йөрөй.
- Ниндәй хис-тойғолар кисерәһегеҙ? - тип һорайым ғаилә башлығынан.
- Иҫ киткес шатбыҙ. Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла еңеүгә лайыҡ, улар шул тиклем көслө инеләр. Эстән генә еңеүебеҙҙе теләһәк тә, быға артыҡ өмөтләнмәнек. Был беҙгә икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй. Артабан да балаларыбыҙҙы татыулыҡта, берҙәмлектә илебеҙ өсөн кәрәкле кешеләр булып үҫтеререргә тырышырбыҙ, - ти Максим. Ә Лилиә тулҡынлана, күҙҙәре лә сыланған.
- Бөгөн беҙҙең өсөн янып-көйөп ултырған туғандарыбыҙға, яҡындарыбыҙға, хеҙмәттәштәребеҙгә сикһеҙ рәхмәтлемен. Бәхетлемен..., - тип кенә әйтә алды.
Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр, татлы тәмлекәстәр тапшырылды.