Бал һатыусылар үҙҙәре генә бер нисә рәт хасил иткән. Әлбиттә, кешеләрҙе экологик яҡтан таҙа райондарҙан килтерелгәндәре ҡыҙыҡһындыра. Мәҫәлән, Надежда Зайцеваның ғаиләһе Мәләүез районында йәшәһә лә, сифатлы бал йыйыу өсөн умарталарын Бөрйән районына алып барып ҡуя икән. Улар барлығы 50 умарта аҫрай. Шулай ҙа бер сирек бал өсөн улар артыҡ хаҡ һорамай, сәскә балы 1200 һум. Бынан тыш, Ғафури, Стәрлетамаҡ, Ишембай һәм башҡа райондарҙан килтерелгән йүкә, ҡарабойҙай, сәскә балдарын салауаттар тәмләп ҡарай-ҡарай, күңеленә хуш килгәнен һайлап һатып алды.
Быйыл бөтә ерҙә лә тиерлек картуф уңды. Шуға күрә йәрминкәлә уның хаҡы ла арзандарҙан ине. Бер килограмы 10 һум менән һатылған «икенсе икмәк»те кешеләр тоҡлап-тоҡлап машинаһына ташыны. 15-шәр һум менән һатылған һуғанды ла, кишер менән кәбеҫтәне лә күмәртәләп һатып алды. Ә ниңә күпләп алмаҫҡа, ти, магазиндан 20-25 һум менән алғансы, әйҙә, бер нисә тоҡлап алаһың да, ҡыш буйына рәхәтләнеп тотонаһың.
Һуғым малдары әлегә һуйыла башламаһа ла, ҡаҙ өмәләрен үткәрҙе ауыл халҡы. Машина алдындағы өҫтәлдәрен ҡаҙ, өйрәк, күркә менән тултырған Вәлиевтар янынан кеше өҙөлмәй. Шулай ҙа халыҡты үҙенә тартып торған егәрлеләрҙең ҡайһы яҡтан килеүҙәре, хужалыҡтары тураһында һорашмай булдыра алманым.
- Беҙ Стәрлебаш районының Түбәнге Ибрай ауылынан. Хужалығыбыҙҙа 300 ҡаҙ, 200 өйрәк, 100 күркә ҡарап үҫтерҙек. Эре баш мал тотмайбыҙ, тик ҡош-ҡорт аҫрау менән шөғөлләнәбеҙ, - ти Лилиә ханым.
- Был тиклем хужалыҡтан килемһеҙ булмайҙыр?
- Әлбиттә, ауыл кешеһе шул ҡош-ҡорт, йә мал аҫрап килем алырға тырыша инде. Унан һуң үҙебеҙ ҙә, балаларыбыҙ ҙа ҡышҡыһын экологик яҡтан таҙа мөхиттә, бер ниндәй ҡушылмаларһыҙ ашатып тәрбиәләнгән ҡош итен рәхәтләнеп ашайбыҙ, - ти Мәжит ағай.
Эре баш мал итен килтереүселәр һирәгерәк күренә ине. Шуға күрә лә уларҙың тауарын кешеләр тиҙ алды. Һум итен 350 һум тип торһалар ҙа, һатыулашыу менән 340-330-ға төшөрөүселәр ҙә булды. Стәрлебаш районының Елембәт ауылынан үгеҙ һуйып алып килгән Роза һәм Марат Бүләковтарҙың тауары шәп үтте.
- Үҙебеҙ ҡарап үҫтергән малды һатыу өсөн йәрминкә бик тә отошло, - ти улар. - Юғиһә баҙарға инерлек түгел, алып һатарҙар баҫып алған, ауылдан улар арзан хаҡҡа килеп ала. Күпме көс, сығым һалынған малдан файҙа күрәһе килә бит.
Ит, бал, йәшелсәнән тыш та, йәрминкәгә сығарылған тауарҙарҙың төрлөлөгө хайран ҡалырлыҡ. Теләйһең икән, ауыл ҡаймағы, ҡоротон һатып ал, кәрәк булһа, миндеге лә, дарыу үләндәре лә, хатта топинамбур (ер грушаһы) тигәндәре лә бар. Йылға, диңгеҙ балыҡтарының тереләре, туңдырылғандары, виноград-алмаларҙың төрлөһө, яҫтыҡ-түшәктәр, кейем-һалым... Һатыулашып йөрөп асығып китһәң, былауынан, шешлегенән тамаҡ ялғап алырға ла мөмкин.
Йәрминкә майҙанын ҡыҙырып йөрөгәндә төрлө сыр менән һатыу итеүселәр иғтибарҙы йәлеп итте. Үтеп барғандарҙың һәр береһе, уларҙың аҙығын тәмләп ҡарағандан һуң, буш ҡул менән китмәй. Бәләкәй Аллағыуат ауылында йәшәп, сыр етештереүсе Серегиндар икән улар. Һигеҙ кәзә, биш һыйыр тоталар. Хужабикә Марина Краснодар крайы ҡыҙы. Беҙҙең яҡташыбыҙға кейәүгә сыҡҡас, Адыгея сырҙарын әҙерләп, яҡындарын, таныш-тоноштарын һыйлай. Уның аҙығын күптәр оҡшата, һорай башлай. Шулай итеп, сырҙы төрлөләндереп, күберәк етештереүгә тотона ғаилә. Серегиндар һатыуға килтерелгән сырҙар араһында сөсөләре лә, һарымһаҡ, борос һәм башҡа тәмләткестәр менән байытылғандары ла, түңәрәкләп, шаҡмаҡлап, һалам кеүек оҙонсалап яһалғандары ла бар.
Бына шулай, ауыл хужалығы йәрминкәһе үҙе бер ҙур байрамға әйләнде. Ауыл эшсәндәре килем алып ҡыуанһа, Салауат халҡы сифатлы ла, арзан да аҙыҡ, тауар һатып алып һөйөндө.