Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Ноябрь 2018, 10:20

Комсомолдар аманаты – бәхетле тормош өсөн көрәшеп йәшәргә!

29 октябрҙә Комсомол көнө билдәләнде. Быйыл был дата икеләтә әһәмиәтле - ВЛКСМ-дың барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулды. Ә Салауат ҡалаһы өсөн 29 октябрь тарихи ваҡиға менән дә иҫтәлекле булды. Был көндө Космонавтар бульварындағы комсомолдарға арналған стеланан 2018 йыл комсомолдарына васыят итеп яҙылған мөрәжәғәт менән капсула алынды.

1918 йылдың 29 октябрендә эшсе һәм крәҫтиән йәштәре союзының I Бөтә Рәсәй съезында Рәсәй йәштәренең коммунистик союзы ойошторола, 1924 йылда ул - Ленин комсомолы, ә 1926 йылда Бөтә Союз коммунистик йәштәр союзы тип үҙгәртелә. Комсомолдың данлы үткән юлы, намыҫлы хеҙмәт менән яуланған хәрби һәм хеҙмәт наградалары хәҙер тарихта ғына ҡалды. Әммә комсомол мәктәбен үткән күптәр уны бөгөн йәшлегенең иң сағыу һәм матур осоро тип иҫкә ала һәм уның эшмәкәрлеген, тәрбиәүи әһәмиәтен юғары баһалай. Улар өсөн комсомолдың тыуған көнө бөгөн дә иң матур байрамдарҙың береһе булып ҡала. Шуға күрә комсомолдың 100 йыллығына арналған тантанаға бик күп халыҡ йыйылғайны. Стеланан капсула алынғандан һуң, элекке комсомолдар үҙҙәренең йәшлек йылдарындағы кеүек дәртле баҫып, байрамса кәйеф менән Ленин урамы буйлап үтте. Ҡаланың үҙәк майҙанында туҡталып, В.И.Ленин һәйкәленә сәскәләр һалды. Һуңынан тантаналы митинг тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы алдындағы Комсомолдар майҙанында дауам итте. Тап унда 1968 йылғы комсомолдарҙың хәҙерге йәштәргә мөрәжәғәте уҡылды.

- Беҙ йәш социалистик Салауат ҡалаһының 60-сы йылдар комсомолдары бик матур ваҡытта, технологик прогресс быуатында йәшәйбеҙ. Бөгөн Салауатта 20 мең дәртле ҡыҙ, егет йәшәй һәм яратҡан Тыуған илебеҙҙең сәскә атыуы өсөн беҙ бөтә тырышлығыбыҙҙы һалабыҙ. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә оло иптәштәребеҙ менән бергә беҙ нефть химияһы комбинатын, техник быяла заводын һәм башҡа сәнәғәт объекттарын, ҡылғанлы далала 100 мең кешелек ҡаланы төҙөнөк. Бөгөн беҙҙең фиҙаҡәрлек менән хеҙмәт итеү, уҡыу, спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Салауат - матурлыҡ, йәшлек һәм һаулыҡ ҡалаһы. Ҡала кешеләренә уртаса 24 йәш. Был хатты беҙ һеҙгә Ленин комсомолына 50 йыл тулғанда яҙабыҙ. Салауат йәштәренең эше юғары баһаланды. Ҡаланың комсомол ойошмаһы Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены менән бүләкләнде.

Хөрмәтле йәштәштәр! Беҙҙе тулы 50 йыл айыра. Ошо арала бик күп үҙгәрештәр, ваҡиғалар булыр. Һеҙҙең тормош Ерҙәге бөтә йәштәрҙе бәхет өсөн көрәшкә әйҙәүсе оран булһын! - тиелә унда.

Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Нил Ғабдрахманов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәге директоры Суфия Етеханова, ветерандар комсомол йәштәренең ҡаланы төҙөүҙәге, йәмәғәт, сәнәғәт һәм башҡа өлкә эштәрендәге роле хаҡында ғорурлыҡ менән иҫкә алды һәм бөгөнгө йәштәргә үрнәк булырлыҡ ойошма икәнен билдәләп үтте. Сығыштарҙан һуң 1968 йылғы йәштәрҙең хаты менән капсула тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейына һаҡлауға бирелде.

Фәүриә Алтынбаева:

- Их, үҙебеҙҙең йәш ваҡытта бөтәһен дә берләштереүсе, алға әйҙәүсе ойошманың булыуына хатта ҡыуанабыҙ. Комсомолға теләһә кемде алманылар бит. Яҡшы тәртип, һәйбәт уҡыу, өлгөлө эш күрһәткәндәр генә ҡабул ителде. Шуға ла беҙ яҡшыраҡ булырға тырыштыҡ. Комсомол путевкаһы менән йылы яҡтарҙа эштә лә булып ҡайттыҡ.

Венер Йомалин:

- Мине уҡығанда уҡ комсорг итеп һайланылар. Дәртле, әүҙем һәм тырыш ҡыҙ һәм егеттәр менән бик күп эштәр башҡара торғайныҡ. Комсомол ойошмаһы һәләтле йәштәрҙе күреү, үҫтереү, кадрҙар әҙерләү өсөн дә этәргес бирҙе. Ул, ысынлап та, яҡшы тормош мәктәбе булды. Хәҙер ҙә ошондай ойошманың эше тергеҙелһә, бик яҡшы булыр ине.


Читайте нас: