Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Октябрь 2018, 12:27

Айырылмаһын балалар ғәзиз ата-әсәһенән

Етемлек ҡатмарлы социаль мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Иң ҡыҙғанысы шул, ата-әсәле булып та, улар наҙынан мәхрүм ителгән балаларҙың көндән-көн артыуы. Бөгөнгө һүҙем - ҡала балалар йорто тураһында.

Һаҡ ҡына бинаның ишеген тартам. Күңелде әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ауыр тойғолар баҫты. Бында етемдәрҙең көн күреүен белеүҙән күҙҙәргә, ирекһеҙҙән, йәш тамсылары эркелде. Балалар йортонда шулай икән, былай икән тигән бик үк яҡшы түгел хәбәрҙәр, имеш-мимештәр ҙә ишетелеп тора. Әммә тупһа аша атлап кереү менән ниндәйҙер йылылыҡ, яҡтылыҡ тойҙом. Һыуыҡ, ҡырыҫ бина ҡаршылар, тигән ҡурҡыуҙарым юҡҡа сыҡты. Үҫмерҙәрҙең үҙҙәре менән күрешергә яҙманы, бөтәһе лә «Инеш» шифаханаһында һаулыҡтарын нығыта ине. Хәйер, үҙҙәре менән осрашҡан хәлдә лә, «Һеҙгә бында йәшәүе нисек?» тигән һорау мәғәнәһеҙлек икәнен үҙем дә аңлайым. Маҡсатым - уларҙың нисек, ниндәй шарттарҙа көн күреүен асыҡлау.

- Үкенескә күрә, тыныс тормошта ла етемдәр һаны кәмемәй. Нисек инде, йөрәгеңде йыртып сыҡҡан ғәзизеңде әсе яҙмыш ҡосағына ташлайһың? Башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Үкһеҙ етемдәрҙең артыуы ла борсоуға һала. Ошонда етәксе булып эшкә килгәс тә, яҡындарының хыянатын кисергән үҫмерҙәр өсөн йылы мөхит булдырыуҙы төп маҡсат итеп ҡуйғайным. Әммә ниндәй генә яҡшы шарттар тыуҙырмайыҡ, ғаилә - иң ҙур ҡиммәттәрҙең береһе булып ҡала. Тап унда бала шәхес булып тәрбиәләнә, ата-әсә наҙына сорналып үҫә, - тип әсенеп һөйләй Елена Евгеньевна.

Яңы бинаға күсеүҙәренә 11 йыл. Иҫке, ярым емерек хәлдәге йортто етемдәрҙең яралы күңелен йыуатырлыҡ, өй шарттарына яраҡлаштырылған итеп үҙгәртеп ҡороу өсөн күп көс һалырға тура килә етәксегә. Улар менән бергә 18 йыл инде. Етәксенең фекере буйынса, балалар йортонда осраҡлы кешеләр эшләргә тейеш түгел. Сөнки аҡырып, уҫал ҡараш менән бала күңелен яулап булмай. Улар һөйөүгә мохтаж. Бында психолог-педагогтар, логопед, дефектолог шөғөлләнә. Табип күҙәтеүе лә ҡул аҫтында. Төрлө түңәрәк-тәр эшләй. Үҫмерҙәргә айырыуса «Хужабикә» тигән түңәрәк оҡшай икән. Унда бәйләм дә бәйләйҙәр, аш-һыу серҙәренә төшөнәләр. Балаларҙың ҡул эштәре - бәйләнгән ҡурсаҡтар, сәскәләр, төрлө материалдарҙан яһалған әкиәт персонаждарынан бай күргәҙмә тәрбиәләнеүселәрҙең хеҙмәт һөйөүе, оҫталығы тураһында һөйләй. Ҡалалағы сараларҙа ла әүҙем ҡатнашалар.

Ҡала балалар йорто балаларҙы ғаи-ләләргә урынлаштырыу буйынса беренсе урында килә. Республика буйынса ғына түгел, унан ситтә лә Салауаттан бала алырға теләүселәр бар. Әле бер ҡыҙҙы Һамар өлкәһенә алырға йыйыналар. Кире ҡайтарылған бер генә осраҡ та булмаған.

- Бала - бесәй балаһы, йә булмаһа көсөк түгел. Оҙаҡ йылдар ошо өлкәлә эшләүем кешеләрҙе бер күреүҙән асыҡ-ларға ярҙам итә. Нимәлер оҡшамаһа, баланы бирмәйем, тип баш тартырға ла тура килә. Күптәргә аҡыллы, һау-сәләмәт, матур сабый кәрәк. Әйтерһең, ҡурсаҡ һайларға килгәндәр. Ә сабый күңелендә ниндәй тойғолар, тетрәнеүҙәр ятыуы артыҡ борсоп бармай. Баланы үҙҙәренсә үҙгәртәм, тип, бөтөнләй һындырып ҡуйыуҙары бар. Шуныһынан ҡурҡам, - тип һүҙен дауам итте етәксе.

Әле балалар йортонда 12 ҡыҙ, 23 малай тәрбиәләнә. Нисек йәшәүҙәре менән танышыр өсөн өҫкө ҡаттарға күтәреләбеҙ. Ишектәргә «4-се фатир, 5-се фатир...» тигән яҙыуҙар эленгән. Ата-әсә наҙынан мәхрүм малай-ҡыҙҙар матур йәшәһен өсөн бөтә шарттар булдырылыуынан күңелгә йылы йүгерҙе: бүлмәләр зауыҡ менән биҙәлгән, уңайлыҡтар бар, бәҙрәф, душ бүлмәләре таҙалыҡта. Ял итеү бүлмәһенә йомшаҡ мебель, телевизор ҡуйылған. Дәрес әҙерләү өсөн махсус кабинеттар бар. Уҡыусылар 3-сө, 19-сы, 11-се, 15-се һәм 16-сы мәктәптәрҙә белем ала. Дәрестән һуң да балаларҙың һәр сәғәте планлаштырылған. Кемдер спорт, кемдер сәнғәт түңәрәгендә шөғөлләнә. Төрлө секцияларға йөрөйҙәр.

- Фатир тигән яҙыу беҙҙең балалар йортонда ғына ҡулланыла. Шарттар өйҙөкөнә яҡынлаштырылған булырға тейеш. Балалар йортон маҡтамайым, әммә, яҙмыш ҡушыуы буйынса ошонда килеп эләккәс, үҫмерҙәрҙе яҡлап, ҡурсаларға бурыслыбыҙ. Улар үҙҙәре лә рәхмәтле. Сығып киткәндән һуң да бәйләнеште өҙмәйҙәр. Армиянан беҙҙең исемгә Рәхмәт хаттары килә, туй-никахтарға йөрөйбөҙ, - тип һүҙен йомғаҡланы етәксе.

Директор дөрөҫ әйтә, минең дә бала-лар йортон күккә сөйөп маҡтау иҫәбе юҡ уйымда. Шулай ҙа, ауыр саҡта арҡаланыр кеше, баштарынан һыйпап яратырлыҡ тәрбиәселәрҙең наҙлы ҡарашы кәрәктер ситләтелгән балаларға. Был йәһәттән коллективҡа хеҙмәткәрҙәр һайлап алынған кеүек, кемделер айырып әйтеү мөмкин дә түгел. Тәрбиәләнеүселәрҙең күптәре былай ҙа тормоштоң кире яғын апаруҡ күреп өлгөргән, ҡатмарлы тормош һынауҙарына дусар булған. Был осраҡта наҙ, яҡты йөҙҙән дә мөһимерәк нимә бар икән улар өсөн? Балалар йортоноң эшенә Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Милана Скоробогатова ла ыңғай баһа биргән. Мин барырҙан бер көн алда ғына бында булып киткән.

Ауыр ҙа, шул уҡ ваҡытта бер аҙ еңеллек менән дә сыҡтым учреждениенан. Ошондағы балаларҙың ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булыуына йәнем әрнеһә, ярар әле урамда түгелдәр, һыйынырлыҡ мөйөштәре бар, тип йыуатып ҡуйҙым үҙемде. Һүҙ юҡ, һәр сабый үҙ атаһының терәген, әсәһенең наҙын тойоп ғүмер кисерһә, шунан да яҡшыһы булмаҫ ине.

Салауат балалар йорто 1998 йылда социаль приют булараҡ барлыҡҡа килә. 2000 йылда ул «Росточек» балалар йорто тип үҙгәртелә, ә 2011 йылдан ул «Салауат ҡалаһының балалар йорто» дәүләт бюджет белем биреү ойошмаһы.
Читайте нас: