Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Октябрь 2018, 16:03

Килә шофер, елә шофер

«Фәлән сәғәттә кәңәшмә уҙа. Шунда алып барырға кәрәк», «Төштән һуң документтарҙы илтеп килергә кәрәк». Салауат ҡалаһының мәғлүмәт үҙәге водителе Радмир Мостафинға ошондай үтенестәр менән көнөнә күпме мөрәжәғәттәрҙе, шылтыратыуҙарҙы ҡабул итергә тура килеүен үҙе генә беләлер.

Күпселек малай-шалайҙыҡы кеүек, Радмир ағайҙың да бәләкәйҙән машина менән ҡыҙыҡһыныуы ныҡ була. Шул ваҡытта уҡ, үҫкәс водитель буласаҡмын, тигән маҡсат ҡуя. Мәктәпте тамамлап, водитель танытмаһы ала. Армия хеҙмәтен тултырып ҡайтҡандан һуң ауылында шофер булып эшләй. 1981 йылда яҙмыш еле уны Салауат яҡтарына ташлай. Эш механизацияһы идаралығында автоскреперҙа, КамАЗда эшләй. Предприятие тарҡалғандан һуң, «Выбор» гәзитенә водитель булып урынлаша. Әлеге көндә - мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәре. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, баранкаһын ташларға йыйынмай әле.

- Балалыҡ хыялым тормошҡа ашты инде. Бына хәҙер 42 йыл руль артындамын. Үҙемде башҡа өлкәлә күҙ алдына ла килтерә алмайым. Водитель һөнәре ауыр һәм яуаплы. Ҙур иғтибарлыҡ талап итә, - ти Радмир Мөхәмәтзыя улы.

Шофер булыу руль борғолау ғына түгел. Күптәр сыҙамай ҙа. Радмир Мостафин эшен теүәл, аныҡ башҡара. Яңы алынған ап-аҡ машинаһын ҡарап, тәрбиәләп кенә тота, һөнәренең нескәлектәрен төплө бел­ә.


Читайте нас: