газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Октябрь 2018, 18:37

Парлы ғүмер - нурлы ғүмер

Иңгә-иң терәшеп, ҡулға-ҡул тотоношоп оҙаҡ йылдар бергә ғүмер кисергән парҙарға ҡарайым да, бәхетлеләр тип, һоҡланып ҡуям. Әммә, тормош булғас, төрлөһөн күрергә тура килгәндер. Шулай ҙа улар ауырлыҡтарға бирешмәгән, ғаилә ҡотон һаҡлап ҡалыу өсөн бар көсөн һалған.

Миҫал артынан йыраҡ йөрөргә кәрәкмәй. Ҡәҙерлеләрем - атайым менән әсәйем дә ошо матур көҙ көндәрендә алтын туйҙарын билдәләй. Атайым Зөфәр Ихсанов Мәләүез районы Йомаҡ ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Мәктәпте тамамлағас, Германия яҡтарында хеҙмәт итә. Ҡайтҡас, Салауат ҡалаһындағы комбинатҡа аппаратсы булып урынлаша. Шунда эшләп йөрөгәндә буласаҡ хәләлен Стәрлетамаҡ районының Мырҙаш ауылы ҡыҙы Гөлсирәне осрата. Уларҙы комбинат ҡауыштырған, тип әйтергә лә мөмкин. Сөнки әсәйем дә хеҙмәт юлын ошо йәмғиәттә башлап ебәрә. Йәштәр тиҙҙән яҙмыштарын бергә бәйләп тә ҡуя. Ул замандағы йәш ғаиләләрҙең күптәре кеүек үк, тормоштарын дөйөм ятаҡта башлайҙар. Күп тә үтмәй, мин донъяға килгәнмен. Берҙән-берҙәрен лайыҡлы, аҡыллы, намыҫлы итеп тәрбиәләр өсөн көстәрен йәлләмәй ғәзиздәрем. Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәттәре етәкселек тарафынан да билдәләнмәй ҡалмай. Икеһенең дә Маҡтау грамоталарының, Рәхмәт хаттарының иҫәбе-һаны юҡ. «Хеҙмәт ветераны» исеменә лайыҡ булыу ҙа ата-әсәйемдең тырышлығы,уңғанлығы тураһында һөйләй.

Ҡәҙерлеләрем ғүмер буйы Салауатта йәшәне, эшләне. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң, әсәйемдең ауылына ҡайтып төпләнергә ҡарар иттеләр. Тыуған нигеҙ үҙенә тарталыр, күрәһең. Оло йәштә булһалар ҙа, ҡул ҡаушырып ултырыуҙы өнәмәйҙәр. Унда ла, йәштәрҙән ҡалышмай, гөрләтеп донъя көтәләр. Ихата тултырып ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡсала ниндәй генә емеш-еләк үҫмәй, йорттарының тирә-яғы гөл-сәскәгә күмелгән. Ауыл халҡының, күршә-тирәнең ихтирамын да ҡаҙанған оло йөрәкле, ярҙамсыл ата-әсәйем. Йыр-моңға ғашиҡ, нәфис һүҙгә оҫта булғанғамы, әсәйемде концерттарҙан, кисәләрҙән бер ҙә ҡалдырмайҙар. Атайым иһә, баҡсаны, урам тирәһен тәртип-таҙалыҡта тота. Улар янына ҡайтһам, яңы көс, бөтмәҫ энергия алып киләм. Һый-хөрмәт тулы табын артында ихласлап һөйләшеүҙән ҙур кинәнес алам, күңел тыныслығы табам. Мин генә түгел, олатай-өләсәйҙәре янына улым менән ҡыҙым да атлығып тора. Улар янында тыныс, рәхәт, тиҙәр. Ҡәҙерлеләребеҙ беҙҙең өсөн ауыр саҡта таяныр терәк, аҡыллы кәңәштәр биреүсе, уйҙарыбыҙға ҡанат ҡуйыусы.
Читайте нас: