газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Октябрь 2018, 10:53

УҢҒАНДАР ҘА, ТЫРЫШТАР ҘА ЮЛСЫЛАР

Салауаттың «Махсус автохужалыҡ» предприятиеһының юл участкаһы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡаршылай. Ошо хаҡта предприятиеның баш инженеры Игорь Михольский һөйләй.

- «Махсус автохужалыҡ»тың эшмә-кәрлеге 2006 йылда башланды. Юл участкаһы иһә юлдарҙы төҙөкләндереү менән шөғөлләнә. Участканың началь-нигы Айҙар Садиҡов был өлкәлә 30 йылдан ашыу эшләй. Уның уң ҡулы һәм ышаныслы ярҙамсыһы Василий Андреев, - ти Игорь Алексеевич.

Баш инженер әйтеүенсә, быйылғы иң мөһим ремонттарҙың береһе Калинин урамындағы Ленин урамы менән Өфө урамы киҫелештәренә тиклемге юл өлөшөн төҙөкләндереү булған. Был маҡ-сатта 8 млн һум үҙләштерелгән. Бынан тыш, участка эшселәре юлдарҙағы ямғыр һыуы ағып төшә торған канализацияларҙы төҙөкләндереүҙе тамамлаған. Юлсылар Салауат Юлаев бульвары фонтанының тирә-яғын төҙөкләндереү буйынса 570 мең һумлыҡ эш башҡарған. Унда емерелгән тротуарҙар тергеҙелгән, юл сите таштары алыштырылған, яңы асфальт һалынған. Ғөмүмән, биләмә тулыһынса рәткә килтерелгән.

Предприятиеның юл участкаһында даими һәм миҙгелдә генә эшләүселәр бар. Тәүгеләре йәйге осорҙа юлдарҙы рәткә килтерһә, ҡышын предприятиеның үҙендә эшләй, киләһе юл һалыу, ремонтлау миҙгеленә әҙерләнә. Йәйен эш күләме артҡанға күрә, өҫтәмә кешеләр алына. Предпритие эш өсөн кәрәкле барлыҡ техника менән тәьмин ителгән.

Бынан тыш, юлсылар ихата-ларҙы ла төҙөкләндергән. «Торлаҡ-коммуналь заказсы» ойошмаһы менән берлектә Калинин урамындағы 102-се, Бочкарев урамындағы 9 а, Бекетов урамындағы 5-се, Ленинград урамындағы 79-сы, Октябрь урамындағы 6 а, Островский урамындағы 45-се, Салауат Юлаев бульварындағы 5-се йорт алдарында ремонт башҡарылған. Шулай уҡ, «Ҡала мөхите» программаһына ярашлы, Өфө урамындағы 94-се, Калинин урамындағы 5-се, 7-се, 9-сы, 11-се йорттарҙың ихаталары төҙөкләндерелгән.

Предприятие «Һыу каналы», «Электр селтәрҙәре», «Салауатгаз» кеүек ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре менән инженер селтәрҙәре һалынған участкаларҙы ремонтлау тураһында килешеү төҙөгән. Ҡыш етеүгә юлсылар ошо бурыстарҙы тамамларға тейеш.

- Коллективтың бөтә юлсыларын, шулай уҡ инженер-техник, ҡала хужалығы идаралығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән ҡотлайым. Ҡала юлдары йылдан-йыл яҡшыраҡ булһын, - ти баш инженер.
Читайте нас: