Митингты ҡурайсы Риф Сәлишев халҡыбыҙҙың милли гимны “Урал” көйө менән асып ебәрҙе. Майҙан тотҡан Мәзит Әминев бынан өс тиҫтә йылдар элек республикабыҙҙа барған сәйәси ваҡиғаларға байҡау яһаны. “Үҙаллылыҡҡа табан хәрәкәт СССР-ҙа йәшәгән һәр милләт өсөн тәбиғи һәм мотлаҡ була торған процесс. Сөнки беҙҙең илдә халыҡтарҙың үҙаллылыҡҡа, азатлыҡҡа булған ихтыяждары тиҫтәләрсә йылдар буйы баҫтырылып килде. Уҙған быуаттың 80-се йылдар аҙағында, илдә сәйәси үҙгәрештәр әүҙемләшкәс, милли республикаларҙа, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, азатлыҡ хәрәкәте башланды”, - тине үҙ телмәрендә Мәзит Сәхиулла улы.
“Аҡбуҙат”, “Ағинәйҙәр” ойошмалары етәкселәре Ишбулат Иҫәнбаев менән Рәшиҙә Буранғолова ла сарала ҡатнашыусыларҙы байрам менән ихлас күңелдән тәбрик итте. Ә “Сатҡылар” берекмәһе ағзалары Атайсалыбыҙға, телебеҙгә арналған шиғырҙары менән ҡыуандырҙы. Байрам һуңында сарала ҡатнашыусылар Салауат Юлаев һәйкәленә тере сәскәләр һалды.