Аяҡ кейеменә ремонт талап ителһә, һәр ваҡыт юл аша ғына урынлашҡан аяҡ кейемдәрен ремонтлау ойошмаһына мөрәжәғәт итәм. Әммә бер ваҡыт туфлийымды тиҙ генә башҡа бер кибеттә йүнәтеүемдән бик үкендем. Сөнки етешһеҙлектәре бик күп булды. Ике көндән һуң, яҡындағы мастерға кире килдем. Мәрзиә апай туфлиҙарымды матур итеп эшләп бирҙе. Ошо көндән һуң уның менән яҡындан таныштым.
Утыҙ йылдан артыҡ аяҡ кейемен йүнәтеүсе ҡатындың был һөнәрҙе һайлауы осраҡлы ғына килеп сыға. Ул ун йыл тирәһе «Содис» фабрикаһында тегенсе булып эшләй. Балаларының бәләкәй булыу сәбәпле, уға икенсе эш эҙләргә тура килә. Сөнки кескәйҙәрен иртән балалар баҡсаһына, ә кисен эштән һуң уларҙы алырға өлгөрөргә кәрәк. Яуаплы хеҙмәткәрҙе фабрика етәкселәре ебәргеләре килмәй. Уның хәленә кереп, аяҡ кейемен ремонтлау йәмғиәтенә әҙерләүсе эшен тәҡдим итәләр.
Мәрзиә Шәкирйән ҡыҙының махсус белеме юҡ, һөнәренә үҙ аллы өйрәнгән. Бала сағында, әсәһенең күлдәк фәлән теккәнен күреп, мине лә өйрәт, тип ныҡышҡан. Ысынлап та, донъя баҫҡас, ул үҙенән-үҙе тегеү серҙәрен асҡан.
Ҡатын-ҡыҙға хас булмаған шөғөлдө үҙ иткән Мәрзиә апай «Аяҡ кейемдәрен тегеү һәм ремонтлау» йәмғиәтендә оҙаҡ йылдар уңышлы эшләй. Хеҙмәткәрҙәре араһында ла хөрмәт ҡаҙанған. Яуаплы, эшен еренә еткереп башҡара, тиҙәр уның хаҡында. Әлеге көндә иң оҫта итексе ханымды даими клиенттарынан тыш, бер-береһе аша һорашып башҡалар ҙа килеп табалар. Хеҙмәтеңә ошо юғары баһа түгелме ни?!
- Эшеңде күңел һалып башҡарырға кәрәк, - ти оҫта. - Арлы-бирле, минән киткәнсе - эйәһенә еткәнсе, тип түгел. Беҙҙең һөнәрҙә лә сифат талап ителә, кешеләр менән аралаша белеү ҙә кәрәк.
Оҫтаның һүҙҙәренсә, итек-сенең дә ҡыҙыу айҙары була. Айы-рыуса көҙөн-яҙын уға итектәр, туфлиҙар күп килтерәләр. Һәм барыһы ла аяҡ кейеменә ремонтты «тиҙ генә, бөгөн үк» тип талап итәләр.
Мәрзиә Мәһәҙиева - ҡәҙерле ҡыҙ, хөрмәтле әсәй һәм яратҡан өләсәй. Ике ҡыҙы һәм биш йәшлек ейәне менән бергә тормош көтәләр. Буш ваҡыттарын улар һәр ваҡыт бергә үткәрергә тырыша. «Әсәйем, ҡыҙҙарым һәм ейәнем - улар минең өсөн барыһы ла!» - ти ул яҡындары хаҡында.