Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Октябрь 2018, 17:32

Хәбиров Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһында тәртип урынлаштырыуҙы талап итте

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә төбәк Башлығы вазифаһын башҡарыусы республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының эшен ҡаты тәнҡитләне.


Бына бер нисә цитата


«Башлыҡтың почтаһы табиптар етмәй тигән хаттар менән тулған. Яңы тыуған сабыйҙы тейешле белгескә алып киләләр һәм уға инә алмайҙар, һуңынан бала вафат була. Республика клиник дауаханаһында хәлдәр нисек тора? Ауылдан килгән кешеләр иртәнән кискә тиклем сират көтөп ултыра, һөҙөмтәлә табипҡа эләгә алмай. Ни өсөн шундай хәлгә юл ҡуйҙығыҙ?»


«Өс йыл буйына ҙур темп менән торлаҡ төҙөлдө. Ә ҡайҙа яңы поликлиникалар? Техник-иҡтисади дәлил булдымы? Минең яңылышыуым ихтимал, ләкин кәм тигәндә өс поликлиника булырға тейеш. Әгәр улар юҡ икән, был енәйәти илке-һалҡылыҡ. Әгәр улар булһа, ҡайҙа? Мин торлаҡ төҙөү яҡлы, әммә социаль инфраструктура ла төҙөлөргә тейеш».


Был һорауҙарға яуаптар булманы.


Бынан тыш, ул һирәк осрай торған (орфан) сирле пациенттарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеүгә айырыуса иғтибар биреүҙәрен һораны һәм 2012 йыда уҡ проектлана башлаған, ләкин һаманғаса файҙаланыуға тапшырылмаған республика онкология диспансерының яңы корпусын төҙөү тураһында телгә алды.
Читайте нас: