Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Октябрь 2018, 12:41

Тыуған көнөң менән, республика!

Кисә Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүгә 28 йыл тулды. Федераль үҙәктән алынған ошо статус Башҡортостанға һәр йәһәттән үҫеш мөмкинлеге бирҙе. Әлбиттә, тормош үҙгәрештәрһеҙ булмай. 2 тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт эсендә үҙаллылыҡ төшөнсәһе лә үҙгәрҙе. Әммә байрамдың мәртәбәһе төшмәй. Республика көнө күп милләтле Башҡортостан халҡының дөйөм байрамы.


Министр республиканың барлыҡ ҡаҙаныштарында Салауат ҡалаһының да өлөшө ҙур булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Тейәп ебәрелгән продукция һәм күрһәтелгән хеҙмәттәр күләме, йән башына тура килгән инвестиция дәүмәле буйынса ҡалабыҙ республикала икенсе урынды, предприятие-ойошмаларҙағы уртаса эш хаҡы менән өсөнсө урынды алып тора. Ҡалала һуңғы өс йыл эсендә 107 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән, 320 мең квадрат метр майҙанда юл ремонтланған.

Ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Данир Зөбәйеров хөкүмәт вәкиле һүҙҙәрен ҡеүәтләп, ҡаланың ҡаҙаныштарына тағы ла тулыраҡ туҡталды. Ул “Ҡала мөхите” һәм урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программалары ярҙамында Салауатта ике йәмәғәт урынының төҙөкләндерелеүе һәм ете мәғариф учреждениеһында өлөшләтә ремонт башҡарылыуы, ҡаланың 70 йыллығына фонтандар, парк һәм скверҙарҙың барлыҡҡа килеүе хаҡында һөйләне. Шулай уҡ ҡала алдында торған пландар менән дә таныштырҙы: 3-сө микрорайонда яңы мәктәп төҙөү, “Төҙөүсе” стадионын ремонтлау, перинаталь үҙәктең яңы кимәлдә эш башлауына булышлыҡ итеү, ҡала дауаханаһының иҫкергән бинаһына ремонт уҙғарыу бурыстары ҡуйылған. Әйткәндәй, һуңғыһы “Республиканың 100 йыллығына - 100 объект” программаһына ингән. Республиканың һәм Салауат ҡалаһының төп байлығы, әлбиттә, уның тырыш, алсаҡ, изге күңелле, төрлө милләттән булыуына ҡарамаҫтан, бик татыу һәм бер-береһенә ихтирам менән ҡараусы халҡы, тип билдәләне Данир Йәүҙәт улы.

Был байрам көнөндә тантаналы рәүештә бер төркөм салауаттарға ҡала хакимиәтенең Почет грамоталары, 14 йәше тулған уҡыусыларға паспорт тапшырылды.

Республика көнөнә арналған сараны ҡалабыҙҙың төрлө мәҙәни усаҡтары коллективтарының концерты биҙәне. Улар үҙҙәренең сығыштары менән ҡалабыҙҙа төрлө милләт мәҙәниәтенең үҫешен, төрлө йәштәге кешеләрҙең йыр, бейеү менән ихлас шөғөлләнеүен, татыу ижад итеүҙәрен күрһәтә алды.


Читайте нас: