газета "Салауат"
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2018, 10:35

Йәшәләһе йылдары алда әле

1 октябрҙә әһәмиәтле даталарҙың береһе - Халыҡ-ара Ололар көнө билдәләнде. Ошо уңайҙан ҡаланың барлыҡ учреждение һәм ойошмаларында үҙҙәренең хеҙмәт ветерандарына ихтирам белдереү саралары үтте. «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгендә иһә теләгән бөтә хаҡлы ялдағылар өсөн матур байрам тамашаһы ойошторолдо.

Сара власть вәкилдәренең күсмә ҡабул итеү уҙғарыуы менән башланып китте. Өлкәндәр ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫарҙарына, хакимиәттең төрлө бүлек, идаралыҡ начальниктарына, халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге, пенсия, һалым идаралыҡтары, ҡала дауаханаһы белгестәренә, инвалидтар, һуғыш, хеҙмәт ветерандары ойошмалары етәкселәренә үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы биреп яуап алды. Мәҫәлән, 25-се район-ара һалым инспекцияһының бүлек начальнигы урынбаҫары Ильвира Шумаева Ғәлимә инәйгә хаҡлы ялдағыларҙың күсемһеҙ милек, ер, транспорт һалымы буйынса ниндәй ташламаларға эйә булыуын тәфсирләп аңлатып бирҙе. Ветерандар советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина Маһира Ғәйзуллинаға пенсионерҙарға Һабаш ауылында урынлашҡан профилакторийҙағы ялдың файҙалығын һәм арзан хаҡҡа барып булыуын һөйләне. Хакимиәт башлығы урынбаҫары Талип Кәлимуллинға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һорауҙары менән мөрәжәғәт итеүселәрҙең күп булыуы ҡалабыҙҙың оло кешеләренең был тармаҡ мәсьәләләрен хәл итеүҙә актив булыуын иҫбатланы.

50 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп, тормоштоң шатлығын да, ҡайғыһын да иңгә-иң терәп үткәргән Гәрәевтар күп йәштәргә өлгө булырлыҡ. Улар Салауатҡа үҫмер саҡтан килеп белем алып, ғүмерҙәрен ҡалаға хеҙмәт итеүгә бағышлай. Икеһе лә «Салауатбыяла» предприятиеһында оҙаҡ йылдар эшләй, Ира Яҡуп ҡыҙының - 37, Әнүәр Ғимазетдин улының 43 йыллыҡ хеҙмәт стажы бар. Гәрәевтар ике ул тәрбиәләп үҫтереп, бөгөн ике ейәнсәрҙәренә ҡәҙерле олатай менән өләсәй. Оҙаҡ йәшәү серен улар ҡатын менән ирҙең бер-береһен тыңлай, аңлай белеүе, һәр саҡ түҙемле булыуы менән аңлата. Йәштәргә улар тәүге көндәрҙән үк үҙ аллы тор-мош ҡора башлауын теләне. Ира апай менән Әнүәр ағай бөгөн дә активтар, ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшеү, ике баҡса ҡарау, Әнүәр ағайҙың шахмат, шашка түңәрәгенә йөрөүе уларҙың хаҡлы ялдағы тормошон тик йәмле, йәнле итә.
Читайте нас: