газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2018, 10:38

Эшһөйәрҙәр генә ирешә уңышҡа

Бәләкәй саҡта ауылда ағайҙарҙың берәй нәмәне иретеп йә-бештереүҙәрен күрһәк: «Һыпырҙыҡ бынан. Ошо осҡондар күҙҙәр өсөн зарарлы, тиҙәр. Утҡа ҡарарға ярамай», - тип, ул тирәнән шылыу яғын ҡарай инек. Эй, ғәмһеҙ бала саҡ. Шул ваҡытта иретеп йәбеш-тереүселәр бында нисек эшләйҙәр икән, күҙҙәре ауыртмаймы икән, тигән уй башыбыҙға ла инеп сыҡмаған. Уның ҡарауы, хәҙер был һөнәрҙең ни тиклем ауыр, физик көс талап итеүен ныҡлы аңлайбыҙ.

Марат Фәйзуллин - тәжрибәле иретеп йәбештереүсе. Дөйөм стажы ҡырҡ йылды уҙып киткән. Әстерхан яҡтарында булырға тура килгән уға, төҙөлгән кооперативтары менән халыҡҡа газ үткәреүҙә ҡатнашҡан, ВНЗМ-да ла эшләгән. Хеҙмәт урыны алышынһа ла, һөнәренә ул һәр саҡ тоғро ҡала. Комбинаттың ремонт-мехника цехында эшләүенә ике тиҫтә йыл.

- Һүҙ юҡ, эш ауыр, ҙур яуаплылыҡ талап итә. Әммә ул табыш та килтерә, һөҙөмтәһе лә күҙгә күренә. Мәктәпте тамамлағас, балта оҫтаһына уҡып сыҡҡайным, күңелем тартманы. Шул ваҡытта иретеп йәбештереүсе һөнәренә һәр ваҡыт ихтыяж буласағын, эшһеҙ ҡалыу ҡурҡынысы янамаясағын аңланым һәм йәһәт кенә ошо белгеслекте үҙләштерҙем. Беҙ ювелирҙар кеүек инде, сварка ярҙамында металл деталдәрҙән ҡатмарлы конструкциялар йәбештерәбеҙ ҙә, нисек килеп сыҡҡан икән тип йөйҙәрен тикшерәбеҙ, һыйпаштырып ҡуябыҙ. Тоташтырылған урындары тупаҫ, ҡытыршыланып торһа ла яҡшы түгел. Ике йылға бер тапҡыр квалификацияны раҫлап торабыҙ, - тип тәжрибәле эшсе.

Марат ағай әйтеүенсә, уларға металл конструкцияларҙан алып юғары баҫымлы торбаларға тиклем йәбештерергә тура килә. Элегерәк карбамид етештереүсе 50-се, 24-се, 54-се башҡа цехтарҙы ғына хеҙмәтләндерһә, хәҙер иһә бригадалары менән бөтә комбинатҡа сығалар. Эстакадалар буйлап үрмәләргә, торбалар араһынан үтергә, һалҡын ерҙә ятырға тура килә. Шулай ҙа, ул зарланмай, дәртләнеп эшләп йөрөүен дауам итә.

Йортона ҡайтып кереү менән Марат ағайҙың арыуҙары ҡул менән һыпырып алғандай була. Сөнки уны 37 йыл иңгә-иң терәшеп йәшәгән хәләле Сажиҙә Насыръян ҡыҙы тәмле аш-һыуы, яҡты йөҙө менән ҡаршылай. Тәрбиәләп үҫтергән улы менән ҡыҙы хәҙер үҙ аллы донъя көтә, ейән-ейәнсәрҙәре олатай-өләсәһенә тик шатлыҡ, ҡыуаныс бүләк итә.


Читайте нас: