газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Октябрь 2018, 16:30

Уларҙың девизы - сәләмәт тормош

- Ғаилә төшөнсәһенә, һис шикһеҙ, иң беренсе мөхәббәт, тоғролоҡ, ғаилә ағзаларының бер-береһенә ихтирамлы мөнәсәбәте, балаларының ата-әсәһенә изгелекле мөғәмәләһе, үҙ-ара татыулыҡ инә. Беҙҙеңсә, тап ошолар бер ниндәй ҙә аҡсаға, алтын-көмөшкә һатылмаған төшөнсә, - ти Иҫәнамановтар ғаиләһе.

Гөлнара Ғәли ҡыҙы менән Ғәлийән Сабирйән улының ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәүҙәренә 22 йыл. Улар икеһе лә матур тәбиғәтле Бөрйән районынан.

Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар Салауат ТЭЦ-нда балта оҫтаһы булып эшләй. Ул үҙ өйөндә заман талаптарына яраҡлаштырып матурлыҡтар тыуҙырған, ә буш ваҡытында заказ буйынса балкондар көпләй, ишектәр ҡуя. Хужабикә балалар баҡсаһында эш башҡарыусы булып хеҙмәт итә. Ул да ҡул эштәренә оҫта: ырғаҡ менән шәлдәр, япмалар бәйләй.

Иҫәнамановтар итәғәтле, аҡыллы малай тәрбиәләй. Ғәзинур Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжында уҡый, шулай уҡ ситтән тороп юғары белем ала. Тырыш егет, уҡыуҙа ла, спортта ла һынатмай, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша, ҡала, республика һәм Рәсәй ярыштарында призлы урындар яулай. Рәсәй кимәлендәге “Мастер-Renga 2017-2018” халыҡ-ара конкурсының “Студент шедеврҙары оҫтаһы” номинацияһында - беренсе, “Архитектура идеялары” номинация-һында - икенсе, XIV халыҡ-ара фән нигеҙ-ҙәре буйынса олимпиадала химия һәм информатиканан - беренсе, тормош хәүеф-һеҙлеге нигеҙҙәренән икенсе урын ала.

Уларҙың матур ғаиләһенә һоҡланып, татыулыҡтың серҙәрен һорамайынса булдыра алманым. «Өйҙә кем хужа, тигән һорау беҙҙең ғаиләлә юҡ. Һәр мәсьәләне икәү бергә кәңәшләшеп, улыбыҙҙың фекерен тыңлап хәл итәбеҙ. Бер кем дә үҙенең һүҙен өҫтөн ҡуймай. Ғаиләлә һәр кем үҙенең «мин»леген баҫырға тейеш һәм бөтә нәмәне «беҙ» нөктәһенән ҡабул итеүе мөһим. Был ҡағиҙәне үтәү ғаилә тормошонда ысын рәүештә бәхетте, аңлашыуҙы һәм ҡыуанысты ҡырҡа арттырып ебәрә», - ти улар бер һүҙҙән.

Татыу ғаилә ялдарын да бергә үткәрергә тырыша. Сит илгә сәйәхәткә ҡарағанда Башҡортостанда ял итеүҙе хуп күрәләр. Улар булмаған бер генә билдәле урын да ҡалмағандыр: Шүлгәнташ мәмерйәһендә лә, Йомағужа һәм Ямашлы һыуһаҡлағыстарында, Талҡаҫ буйҙарында ла һәм башҡа бик күп ерҙәрҙә ял иткәндәр. Уларҙың төп маҡсаты - ял итеү генә түгел, ә уларҙың тарихы аша улдарында Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү ҙә. Республикабыҙҙа ла иҫ киткес матур урындар күп, ти улар.

- Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тигән бик тапҡыр әйтем бар. Ул балаға тап ана шул ғаилә мөхитендә тәрбиә биреүгә ишара ла инде. Тормошто диңгеҙ менән сағыштырһаҡ, ғаилә - карап, атай кеше - капитан, әсәй штурман һымаҡ була инде. Оло диңгеҙҙә ни генә булмай. Ғаилә карабын ҡыйратмаҫ өсөн атай менән әсәйҙән күпме айыҡ аҡыл, сабырлыҡ, ныҡышмалылыҡ, бер-береһен аңлап йәшәү өсөн зиһен көсө талап ителә. Атай менән әсәй һәр ваҡыт балаһына өлгө булып торорға тейеш. Беҙҙең ғаилә девизы ла - сәләмәт тормош! - ти Гөлнара.

Ысынлап та, балалар тормош аҡылын атай-әсәй өлгөһөнән күберәк ала. Уларҙың ипле һүҙҙәре, бәхетле ғаилә мөхите күңелдәрендә ыңғай хис-тойғолар ғына яралта. Атай менән әсәйҙең һөйөүҙән балҡыуы, уларҙан ағылған тыныслыҡ, эске ышаныс балаларына күсә, тормошта ныҡлы аҙымдар менән атларға көс-ҡеүәт өҫтәй, илһамландыра, рухландыра.

- Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, балаларҙы нисек рухлы итеп үҫтерергә?

- Башҡорт гимназияһында уҡытыу, туған телдә һөйләшеү, милләтең менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү мөһим, әлбиттә. Үҙҙәре теләгән түңәрәктәргә йөрөп һөнәр арттырыу балаларҙы көслө рухлы итеп үҫтерә. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу ҙа рух тәрбиәләй, тип уйлайбыҙ, - ти улар.

Күптәргә өлгө булырҙай Иҫәнаманов-тарҙың татыу, рухлы ғаиләһе менән аралашып, үҙемә илһам алып ҡайтҡандай булдым.


Читайте нас: