газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Октябрь 2018, 16:33

Тыуған яғыбыҙҙың һәр мөйөшө йәмле

Мәктәптәге төп программаны үтәп кенә бала төрлө яҡлап үҫешә, камиллаша алмай. Бының өсөн уға дәрестән һуң күңеленә ятышлы өҫтәмә белем алыу мөһим. Хәҙер ниндәй генә йүнәлештәге түңәрәктәр юҡ: сәнғәт, техник, экологик, спорт, ижади һәм башҡалар. Улар араһында ҡаланың туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәге айырым урын биләй. Бында шөғөлләнеүселәрҙең барыһын да Тыуған илгә, ергә булған һөйөү берләштерә. Эшмәкәрлектәре менән яҡындараҡ танышыу өсөн үҙебеҙ шунда юл тоттоҡ.

Иртәнге сәғәт ун. Бина эсе әлегә тып-тын. Педагогтар ғына үҙҙәренең эше менән мәшғүл. Ә бына төштән һуң бында балалар тауыштары гөрләп тора. Үҙәккә килеп 150 бала шөғөлләнә. Ҡалғандарға педагогтар үҙҙәре мәктәптәргә барып белем бирә.

- Ойошманың барлыҡҡа килеүенә апаруҡ. Уҡыусылар тыуған яҡты, этнографияны, геологияны өйрәнә. Бынан тыш, улар туризм менән мауыға. Ниндәй туризм походһыҙ булһын инде? Уҡыусылар ҙур теләк менән походтарға сыға, төрлө мәмерйәләргә, төйәгебеҙҙең һоҡланғыс урындарына алыҫ сәйәхәткә юллана. Әйткәндәй, республикала ғына түгел, ә унан ситкә лә йөрөйбөҙ. Силәбе өлкәһендәге Йөрәккүлдең матурлығы балаларҙа онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы, - тип һөйләй үҙәк директоры Ольга Әминева.

Йәй көнө бында иң ҡыҙыу мәл. Тәрбиәләнеүселәрҙе ҡыҙыҡлы походтар, экскурсиялар, мәктәп туризмы техникаһы, спорт ориентирлашыуы, республика ярыштары көтә. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Уларҙы Ҡандракүлгә сәйәхәткә алып сығалар. Көҙөн, көндәр матур торғанда, дәрестәр тышта уҙа. Шулай уҡ походтар, турслеттар үткәрелә. Маршруттары ла ҡыҙыҡлы. Хеҙмәткәрҙәрҙең һүҙҙәре буйынса, балалар Ишембайҙағы Торатауға бик теләп бара икән. Шихандарҙың тарихы, уның нимәләргә бай булыуы тураһында белеү кемгә ҡыҙыҡ булмаҫ ине икән? Туризм үҙәгенең үҙ транспорты бар, экскурсияларға «Ҡалала мәктәп туризмын үҫтереү» программаһына ярашлы бүленгән аҡсалар иҫәбенә йөрөйҙәр. Ҡаланың автотранспорт предприятиелары менән дә килешеүҙәр төҙөлгән.

Үҙәктә геология йүнәлеше бик үҫешкән. Бына уларҙың кабинеты. Педагогтар Миңлегөл Мусина менән Людмила Лейдерова эш өҫтәле артында. Коллекцияларында әллә күпме минералдар, файҙалы ер ҡаҙылмалары йыйылған. Ярыш-конкурстарҙа еңеү яулағандары өсөн бирелгән Маҡтау грамоталары, дипломдар юғары эш һөҙөмтәһен күрһәтә.

- Геология - ерҙе өйрәнеүсе фән. Мәктәп программаһы өсөн бик файҙалы. Төркөмдө урта кластарҙан туплайбыҙ. Баланың һәләтен күрә белергә кәрәк. Тәгәрәп ятҡан таш янынан тыныс ҡына үтеп китә алмаған балалар була. Тимәк, был бала, ысынлап та, ҡыҙыҡһына, - ти педагогтар.

Бында мәктәп музейҙары бүлеге булдырылған. Республика буйынса иң күп музейҙар беҙҙә икән. Улар һаны - 24. Балалар унда теләп йөрөй, тыуған төйәгенең, ғаиләһенең тарихын өйрәнә. Әйтәйек, «Ватан юлдары буйлап» һәм «Кесе тыуған илем буйлап» республика конкурсының ҡала этабында еңеүселәр республика кимәлендә үҙ көсөн һынай. Былтыр унда еңеү яулаған ике ҡыҙ педагогтары менән Башҡортостанды яҡлап Мәскәүҙә сығыш яһаған, диплом, грамоталар алып ҡайтҡан.

Туризм үҙәгенең йүнәлештәрен һанап бөтөрлөк түгел. Иң мөһиме, бында шөғөлләнгән балалар төрлө яҡлап үҫешә, алған белемдәре киләсәктә һөнәр һайлауҙа ла ҙур роль уйнай.


Читайте нас: