Әлиә Фәнил ҡыҙы-ның эшенә үтә яуаплы ҡарауы, төплө белемен тәрән аҡылына егеп эш итә белеүе студент саҡтарынан уҡ киләлер. Йомағужа ҡасабаһын-да туғыҙынсы класты тамамлап, Салауат пе-дагогия колледжына уҡырға килгән ҡыҙҙы төркөмдәштәре беренсе көндән үк староста итеп һайлай. Белем усағы уҙғарған һәр сараның уртаһында ҡайнаған тырыш ҡыҙ колледжды ҡыҙыл дипломға та-мамлай. Тормош юлда-шы Рәмил менән матур донъя ҡороп, сәскәләй ҡыҙ, батыр ул үҫтереү менән бер рәттән М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт педагогия университетында юғары белем алырға ла өлгөрә.
Әлиә Фәнил ҡыҙы, тәрбиәләнеүселәре ниндәй генә милләттән булыуға ҡарамаҫтан, уларҙа Тыуған илебеҙгә, еребеҙгә, телебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләй. Үҙенең төркөмө менән ҡалала, республикабыҙҙа уҙғарылған сараларҙа әүҙем ҡатнаша, интернет олимпиадаларҙа, шиғыр бәйгеләрендә тәүге урындарҙы яулайҙар. Ҡала кимәлендә ойошторолған «Шашка батшабикәһе» конкурсында уңышлы сығыш яһаһа, 2016 йылда «Йыл тәрбиәсеһе» конкурсында ҡатнашып, финалға үтә һәм «Сағыу шәхес» номинацияһына лайыҡ була. Быйылғы «Сәскә батшабикәһе» конкурсында ул йәнә беренселекте яуланы. Башҡортостаныбыҙҙың йөҙ йыллығына арналған ҡала кимәлендәге конкурста 42-се балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе Ләйсән Байғотлина менән берлектә үҙҙәре ижад иткән «Һаҡмар ҡыҙҙары» бейеүен тамашасы хөкөмөнә тәҡдим итте. Методик берекмәләрҙә оҫталыҡ кластары күрһәтеп, коллегалары менән тәжрибә уртаҡлашырға ла өлгөрә.
Кеше өсөн күңеленә ятышлы һөнәрле булыу, бер һүҙле, татыу коллективта эшләү – иң ҙур бәхеттең береһелер ул. Грек философы Сократтың кеше һөнәрҙе түгел, ә һөнәр кешене һайлай, тигән тапҡыр һүҙҙәре кескәй сабыйҙарҙы илебеҙгә кәрәкле кеше итеп тәрбиәләүгә үҙ көсөн, тырышлығын һалған уңған тәрбиәсе, үҙ эшенең оҫтаһы Әлиә Фәнил ҡыҙына ҡағыла кеүек.