газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Сентябрь 2018, 16:09

Төҙөк ерҙән йөрөү рәхәт

Йәйге осорҙа ҡалала бер нисә урында төҙөкләндереү эштәре барҙы. Уларҙың ҡайһы берҙәрендә эштәр тамамланыу өҫтөндә, ҡайһы берҙәрендә дауам итә.

Республика көнөнә Губкин урамын-дағы ҡала дауаханаһы алдындағы биләмәне төҙөкләндереү тамамланырға тейеш. Бөгөн бында һуңғы эштәр бара. Был территорияны рәткә килтереү, матурлау һәм йәнләндереү бурысын үҙ өҫтөнә «Төҙөлөш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт алған. Ойошманың директор урынбаҫары Илдар Сөләймәнов белдереүенсә, улар эштәрҙе 1 августа башлаған һәм билдәләнгән көнгә тамамларға тырышасаҡ. Предприятие техника менән тулыһынса тәьмин ителгән, эшкә 12 кеше йәлеп ителгән.

Иң башта подряд ойошма иҫке ерҙе аҡтарып, соҡорҙарға тупраҡ килтергән. Йәйәүлеләр, велосипедсылар йөрөү өсөн асфальт тротуар һалынған. Яҡтыртыу үткәрелгән, 10 видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйыу өсөн бөтәһе лә әҙер.

Беҙ барғанда подряд ойошма ерҙе тигеҙләү менән мәшғүл ине. Яҡын киләсәктә унда газон үләне ултыртыласаҡ. Шулай уҡ 4 урында сәскәләр түтәле өсөн урын әҙерләп бөтөлгән, уларҙы тағы өс урынға урынлаштырыу планлаштырылған. Шулай уҡ ял итеү зонаһы булдырыу ҡаралған. Унда уртала сәскәләр түтәле, һигеҙ эскәмйә ҡуйыласаҡ, юл һалынасаҡ. Ҡала дауаханаһы алдында автомобилдәр күп буласағын иҫәпкә алып, уларҙы ҡуйыу урындары ла киңәйтелгән. Унда, әлбиттә, инвалид водителдәрҙең транспорттары өсөн махсус урындар билдәләнә. Ә йә-йәүлеләр юлында насар күреүселәр өсөн махсус япмалар һалына.

Бөгөнгө көнгә был территорияны төҙөкләндереүгә 7 млн һум тирәһе бүленгән аҡса үҙләштерелгән. Уның 2 млн һум тирәһе видеокүҙәтеүгә, 3 млн һумы яҡтылыҡ үткәреүгә, ҡалғаны асфальт һәм ер тигеҙләүгә киткән.


Читайте нас: