газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Сентябрь 2018, 16:08

Иң мөһиме - йөрәк йәш булһын!

Йәғәфәр Йәнбәков менән интернет селтәрҙәре аша танышбыҙ. Уның Башҡортостандың хозур тәбиғәте, арҙаҡлы кешеләре, артистар хаҡында видео роликтары күп. Хаҡлы ялдамын тип тормай, заман менән бергә атлап, тормошта ҡайнап йәшәй ул.

Ир уҙаман өйҙә эшһеҙ ултырыуҙы хуп күрмәй. Йәйгеһен баҡса эштәренән бушамай, Ағиҙел йылғаһы буйында бәләкәй өйҙәре лә бар. Автомобиль йөрөтөргә ярата, руль артында ул 45 йыл. Ҡыҙҙары Раушания һәм Динараны тәрбиәләп үҫтергән. Әле ике ейәнсәргә яратҡан олатай ул. Буш ваҡыт тура килһә, Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәте, уның уңған кешеләре хаҡында роликтар төшөрә. Яңы шөғөлләнә башлаған һәүәҫкәрҙәр һорауы буйынса ла ви-деотаҫмалар әҙерләй.

Йәнбәковтар 1981 йылда ғаилә-һе менән Салауатҡа күсенеп килгән. Йәғәфәр ағай «Шәхси торлаҡ төҙөлө-шө» тресына эшкә урынлаша. Артабан «Салауат машиналар эшләү заво-ды»нда ҡаҙан яһаусы булып хеҙмәт итә. Ир уҙаман зарарлыҡ буйынса 55 йәштә пенсияға китә. Әле хаҡлы ялға сыҡҡанына 9 йыл үтеп тә киткән.

Йәғәфәр ағайҙан илдә барған пенсия реформаһы хаҡында һорашам.

- Үҙем хаҡлы ялда булһам да, балаларымды ҡайғыртам. Улар - беҙҙең киләсәк. Хәҙерге реформаға күҙ һалһаң, күптәрҙең сәләмәтлегенә ҡарап пенсия йәшенә етмәүҙәре лә бар. Етәкселәр сит илдәрҙән үрнәк алырға тырыша, әммә беҙҙә ундай яҡшы шарттар ҡайҙан булһын? Мин 12 мең пенсия алам. Был аҡсаға ғына йәшәп булмай. Өҫтәмә аҡса эшләү юлын таптым. Мин бик күп һөнәрҙәргә эйә, кәрәк икән, иретеп йәбештереүсе, кәрәк икән, төҙөүсе. Был һөнәрҙәр һәр ваҡытта ла кәрәкле. Етеш йәшәгең килһә, дәүләткә ышанып ятырға түгел, - ти Йәғәфәр Йәнбәков.

Тырышлыҡ - ҙурлыҡ, ялҡаулыҡ - хурлыҡ, тип бушҡа әйтмәгәндәр. Йәғәфәр ағай тәбиғәт биргән аҡылы, егәрлелеге, уңғанлығы, ябайлығы менән таныштары араһында абруй яулаған.
Читайте нас: