Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Сентябрь 2018, 14:02

Яңы паркта ҡояш та сағыуыраҡ

Ҡалабыҙҙа уның 70 йыллыҡ юбилейына арналған сараларҙы тормошҡа ашырыу дауам итә. Фурманов урамындағы скверҙың тө-ҙөкләндерелеүе салауаттарға әҙер-ләнгән бүләктәрҙең береһе. Бөгөн кешеләр был ял итеү урынының көндән-көн күркәмләнә, матурлана барыуына шаһит һәм эштәрҙең тамамланыуын түҙемһеҙләнеп көтә.

1963 йылда барлыҡҡа килгән паркты яңынан тергеҙеп ҡаланың юбилейына бүләк итеү идеяһын 2017 йылда “Салауат-быяла” йәмғиәте күтәреп сыҡты. Ҡала хакимиәте һәм халыҡтан хуплау алынғас, быяласылар эшкә тотона. Әлбиттә, әҙерлек эштәре бик күп көстө һәм ваҡытты ала. Шулай ҙа бөгөн быяла етештереү предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренең хеҙ-мәтенә, тырышлығына ҡарап күңел ҡыуана. Был биләмәлә 500-ҙән ашыу ағас үҫкән булған. Улар ҡартайғанға күрә, тамыры-төбө менән ҡаҙып алынған. Һуңынан ерҙе тигеҙләү өсөн әллә күпме машина ер килтерелгән. “Салауатбыяла” йәмғиәтенең административ-хужалыҡ бүлек начальнигы Радик Фәхретдинов һөйләүенсә, октябрь-ноябрь айҙарында 130 ағас үҫентеһе ултыртыласаҡ. Йәшел сауҡалыҡта миләше лә, йүкәһе лә, Канада сағаны ла, ҡарағай менән шыршылары ла булырға тейеш.

Скверҙың яңырыу һөҙөмтәләрен бөгөн дә күҙәтергә мөмкин. Бында ҡуйылған өр-яңы балалар майҙансығынан шат тауыштар өҙөлмәй. 11-се мәктәп уҡыусылары тәнәфестә лә, дәрестәрҙән һуң да унда уйнап ҡыуана. Медицина колледжы алдындағы өлөштә 400 метрлыҡ йүгереү юлы, спорт ҡоролмалары менән айырым майҙансыҡ булдырылған. Унда ГТО һәм башҡа спорт нормативтарын тапшырып була. Бынан тыш, парк биләмәһендә 400 кг газон үләне ултыртылған, йәйәүләп йөрөү өсөн юлдар һалынған. Яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштырылған. Ә инде эскәмйәләр һәм сүп-сар һауыттары киләһе йылдың яҙында ҡуйылырға тейеш.

Төҙөкләндереү бик тиҙ алып барыл-маһа ла, эштәр бик сифатлы итеп башҡа-рыла, ти яңырыуҙы күҙәтеп тороусы сала-уаттар. Ҡала ла, уның халҡы ла ошондай парктарҙың булыуына лайыҡ, ҡунаҡта-рыбыҙ алдында ғорурланып күрһәтерлек ерҙәребеҙ булыуына шатбыҙ, ти улар.
Читайте нас: