газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Сентябрь 2018, 13:45

Ыңғай фекер ҙә бар, киреһе лә юҡ түгел

Һуңғы осорҙа пенсия реформаһы тирәләй барған ығы-зығы ҡуйырғандан-ҡуйыра. Пенсия йәшен күтәреү тураһындағы яңылыҡты кемдәрҙер хуплаһа, икенселәренең асыуы ҡабара. Башланғысты күтәреп сығыусылар фекеренсә, пенсия йәшен әкренләп күтәреү - иҡтисади аҡланған сара. Элекке 55 һәм 60 йәш - уҙған йөҙйыллыҡтың 20-се йылдары аҙағында ҡабул ителгән, ул саҡта ғүмер оҙонлоғо 43 йәш тәшкил иткән. Уртаса ғүмер оҙонлоғо 73 йәшкә еткәндә, пенсионер йәше артыуы дөрөҫ, тип иҫәпләйҙәр. Һүҙ юҡ, эшләп йөрөүсе пенсионерҙар байтаҡ. Булмаһа, үҙгәрештәргә ҡараштарын уларҙың үҙҙәренән белешәйек.

Уҡырға барырға йыйынам әле!

Тәжрибәле табиптың пенсияға сығыуына 10 йыл ваҡыт уҙған. Әммә яратҡан эшенән китергә йыйынмай ул. Улай ғына түгел, уҡырға, квалификацияһын күтәрергә барырға дәртләнеп йөрөй әле.

- Пенсия йәше еткәс, ял итеү тура-һындағы уй башыма инеп тә сыҡманы. Беренсенән, өйҙә нисек ҡул ҡаушарып ултырмаҡ кәрәк. Икенсенән, бер пенсияға ғына йәшәү мөмкин түгел. Кеше менән аралашыу, һөйләшеү үҙе бер кинәнес. Минән өлкәнерәктәр эшләп йөрөй әле, - ти Ғәлиә Сабитова.

Хирургҡа, башлыса, киҫкен ауырыуҙар менән мөрәжәғәт итәләр. Яңылышмаҫҡа, дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә кәрәк. Ғәлиә Абдрахман ҡыҙы әле балалар поликли-никаһында эшләй. Ғүмер буйы операциялар яһаған, төнгө дежурлыҡтар алған. Стационарға йөрөмәгәненә ете генә йыл. Шулай ҙа, һаман кесе операциялар яһарға тура килә. Белгестең һүҙҙәре буйынса, хирургтарҙан ул бер үҙе, белгестәр етешмәй, йәштәр бик килеп бармай.

Кесе ҡыҙы Ирина әсәһе юлынан киткән, олоһо Рима теүәл фәндәрҙе һайлаған. Ғәлиә апай Ишембай районындағы тыуған ауылына юлды ла һыуытмай икән.

- Шунда ҡайтһам, әллә күпме илһам алып киләм. Тәпәй баҫҡан тыуған ер көс-ҡеүәт бирә тигәндәре бик дөрөҫ. Юғиһә, пенсияға сыҡҡас та дәртләнеп эшләп йөрөп булыр инеме икән? Тыуған йорт нигеҙен һыуытмаҫҡа, ҡотон ебәрмәҫкә тырышабыҙ, - ти ул.


Эшһеҙ ултырырға яратмайым

- Ата-әсәйебеҙ беҙҙе хеҙмәттә тәрбиәләне. Эшһеҙ ултырыуҙы күҙ алдына ла килтермәйем. Отпуск ваҡытында көндө нисек үткәрергә белеп булмай. Әлеге пенсия реформаһын артыҡ хупламаһам да, Хөкүмәттең быға үҙ ҡарашы бар һәм уның сәбәптәре лә юҡ түгел. Илдә эшләүселәр һаны йыл һайын 400 мең кешегә кәмей бара. Эштәр былай барһа, 2019 йылда бер эшләүсегә яҡынса ике пенсионер тура килеүе ихтимал. 1970 йылда бер пенсионерға 3,7 эшләүсе кеше тура килгән. Закон проекты авторҙары пенсия йәшен арттырыуҙы был хәлдән сығыуҙың берҙән-бер юлы, тип иҫәпләй. Үҙгәрештәр 50-се йылдар башында уҡ булырға тейеш булған. Әммә ул йылдан-йыл тотҡарланып, туң боҙ хәлендә ҡала килде. Пенсия йәше арттырылған икән, медицина хеҙмәтләндереүе лә юғары кимәлдә булырға тейештер. Халыҡтың сәләмәтлеге юҡ, яҡты донъя менән иртә хушлашалар. Иҫәнлек булһа ғына эштең ауырлығы һиҙелмәй, - ти Ғәли Хәсән улы.

Сатлама һыуыҡта ла, түҙеп торғоһоҙ эҫелә лә ауыр иретеп йәбештереү ҡорамалдарын һөйрәп, үҙ бурыстарын намыҫлы башҡарған ул. Шулай булмаһа, «Хеҙмәт ветераны» исеме бирелер инеме икән? Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары ла быны дәлилләй. Мәктәпте тамамлағас та ошо һөнәрҙе үҙләштерә һәм уға ғүмерлеккә тоғро ҡала. Тормош иптәше Наилә апай менән ике ҡыҙҙарына ғүмер биргәндәр. Ейәнсәрҙәре Камилла - уларҙың оло шатлығы.


Читайте нас: