газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Сентябрь 2018, 13:58

Сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ...

Бер байрам да, бер генә тантана ла сәскәләрһеҙ үтмәй. Уларҙы барыһы ла ярата. Сәскәләр – урамдарҙы, баҡсаларҙы, парктарҙы, йорттарҙы йәмләй, ә бүлмә гөлдәре ҡайһылай матур һуң! Донъяла сәскәләрҙән дә матурыраҡ, наҙлыраҡ әйбер юҡ.


Артабан атлаһаң, мәктәп уҡытыусыларының, уҡыусыларының, балалар баҡсалары тәрбиә-селәренең һәм тәрбиәләнеүселәренең емеш-еләктәрҙән төрлө әйберҙәре урын алған. Быйыл, Аллаға шөкөр, уңыш күп. 53-сө балалар баҡсаһы Башҡортостандың 100 йыл-лығына арналған стенд әҙерләгән. Бына 51-се балалар баҡсаһы коллективының башҡорт аш-һыу бүлмәһендә милли кейемдә әбей менән бабай ҡунаҡтарҙы йылы йөҙ менән ҡаршы ала. Бауырһаҡ, бәлештәре, телеңде йоторлоҡ! Ә 22-се балалар баҡсаһының ата-әсәләре Салауаттың - 70, Ғаилә йылына арналған әллә нисәмә төрлө торт бешергән.

Альбина Ғәниева, тәрбиәсе:

- Быйылғы байрам үтә лә матур һәм сағыу. Барыһы ла ентекле әҙерләнгән. Көн дә аяҙ тора. Конкурста ҡатнашырға теләүселәр ҙә күп. Кеше бихисап, кәйеф шәптән.

Ҙур сәхнәлә ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Талип Кәлимуллин «Йәшел наряд - 2018» еңеүселәрен тәбрикләне. Урындар алған балалар баҡсалары һәм белем биреү усаҡтары етәкселәренә дипломдар һәм махсус бүләктәр тапшырылды.

«Уфанет» компанияһы «Балалар - беҙҙең киләсәк» проекты нигеҙендә 1-се класс уҡыусыларының фотолары менән стенд әҙерләгән. Һорау алыу буйынса бәләкәстәрҙең күпселеге киләсәктә полицейский, врач, ветеринар булырға теләй. Һирәк һөнәрҙәр араһында таксист, шахтер, телевидение алып барыусыһы бар. Иң таралған исемдәр - Самира, Анастасия, Асҡар, Артем, Арина, Кирилл. Һирәк исемдәр: Салауат, Айназ, Роза, Зарина, Юрий, Тихон, Стела, Аиша.

Майҙансыҡта балалар махсус техниканың кабинаһында ултырып, фотоға төшөргә лә өлгөрҙө. 17-се мәктәпкә тәүге тапҡыр уҡырға килгән Илназ Мөлҡәмәнов киләсәктә полицейский-кинолог булырға хыяллана.

- Әлегә миңә уҡыу оҡшай, артабан нисек булыуын белмәйем. Бөгөн, айырыуса, полицейский һәм тиҙ ярҙам машинаһының эсе оҡшаны. Бында төрлө йыһаздар күп. Үҙемдең фотомды стендта күреп шатландым, - ти шуҡ малай.

«Уфанет» ойошмаһының пиар менеджеры Виталий Сомов әйте-үенсә, паркта төрлө тематик майҙан-сыҡтар урын алған. Уҡыусылар төҙөүсе, кинолог, хәрби, врач булып ҡараған.

Байрам аҙағында быуа янында мауыҡтырғыс тамаша үтте. Аҙаҡ балаларҙың теләктәре менән һауаға шарҙар осоролдо.


Читайте нас: