газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Сентябрь 2018, 13:54

Эҙләнем, күңелемә ятҡанын таптым

Гүзәл затты көсһөҙ тип әйтеү-ҙәре менән килешеп етмәйем. Ни өсөн тигәндә, улар эштең ирҙәр иңенә ятырлыҡтарын да, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡын да берҙәй башҡа-рырға һәләтле. «Салауатнефтемаш» йәмғиәтендә кран машинисы булып хеҙмәт итеүсе Миләүшә Ғатауллина ла шундайҙарҙан.

Миләүшә Рафаэль ҡыҙы күңеленә ятҡан һөнәрҙе тиҙ генә таба алмай. Күгәрсен яҡтарында тыуып үҫкән ҡыҙ Салауатта ашнаҡсыға ла уҡып ҡарай, район үҙәгендә тегенсе һөнәрен дә үҙләштерә. Әммә дипломын алғас та, тәҫләп кенә төпкөл урынға һалып ҡуя. Оҡшамай уға был һөнәрҙәр, бер ҙә күңеле ятмай. Шулай аптырап йөрөгәндә, әхирәтенең апаһы Салауатта крансыға уҡырға тәҡдим итә. Башта шикләнһә лә, һуңынан крансы эшенең уныҡы икәнлеген аңлай.

- Уҡый башлағас та әле һөнәрҙең асылына төшөнөп етмәнем. Ә бына «Салауатнефтемаш»та үткән практика икеләнеүҙәрҙе юҡҡа сығарҙы. Ҡулыма диплом алғас та, эшкә ошо предприятиела ҡалдым. 31 йыл инде бер урында. Һөнәре-мә ғашиҡмын, хатта отпуск ваҡытында һағынып киләм. Аҡса түләмәгән ваҡыттар ҙа булды, әммә хеҙмәт урынын алыштырыу тураһында уй күңелгә инеп оялағаны булманы, - ти Миләүшә апай.

Крансы эше яуаплы һәм хәүефле һөнәрҙәрҙән һанала. Улар машиналарҙы һәм вагондарҙы бушата, әҙер продукцияны, аппараттарҙы машиналарға тейәп оҙата. Мин эшләгән кран алты ҡатлы йорт бейеклегенә тиклем күтәрә ала. Түбәндә фарман биреп тороусыны аныҡ ишетергә һәм команданы теүәл башҡарырға бурыслыһың. Яңғылыш ҡына рычагты бутай ҡалһаң, бәлә килерен көт тә тор.

- Остазым Ғәлиә апай бик талапсан булды. Тәүге тапҡыр кран артына ултырғаным әле булһа хәтеремдә. Ҙур массалы йөктө күтәрергә кәрәк. Ғәлиә апай, үҙегеҙ башҡарығыҙ әле, тип илайым. Юҡ, эшлә, шулай өйрәнәһең инде, тип ҡырт киҫте. Егеттәр күҙләп, тирә-яғығыҙға ҡарап ултырмағыҙ, бөтә иғтибар эшкә генә йүнәлтелгән булырға тейеш, тип ҡаты киҫәтте. Йылдар үткәс, биргән һабаҡтары, тәжрибәһен йәлләмәй уртаҡлашҡаны өсөн уға рәхмәт әйттем, - тип хәтирәләр йомғағын һүтеп алды Миләүшә апай.

Уның эшләү дәүерендә бер генә авария ла булмаған. Быға ирешер өсөн техниканың төҙөклөгөн һәр ваҡыт тикшереп торорға, бурыстарыңа яуаплы ҡарарға тейешһең. Оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн оҫта крансы Рәхмәт хаттары, Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән, исеме Маҡтау таҡтаһына эләккән. Сменалы эштән дә, бейеклектән дә ҡурҡмаған Миләүшә апай хеҙмәтенән тормош йәмен табып эшләүен дауам итә. Ринат ағай менән улдары Илмир һәм Тимурға ғүмер биргәндәр. Һәр ваҡыт аңлап торған тормош иптәше - Миләүшә Рафаэль ҡыҙының терәк-таянысы.


Читайте нас: