газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Сентябрь 2018, 11:26

Тырышлыҡтары үҙҙәре өсөн

Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы тарафынан ойошторолған «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» программаһында Салауат идара итеү компаниялары һәр йыл әүҙем ҡатнаша. 2017 йылғы эш һөҙөмтәләре буйынса «8-се торлаҡ идаралығы»ның дүрт йорто был премияға дәғүә иткән.

«8-се торлаҡ идаралығы» республика программаһында 2012 йылдан алып ҡатнаша. Идара итеүсе ойошма хеҙмәтлән-дергән 49 йорттоң 15-е «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» исеменә лайыҡ булған.Үткән йылда был конкурста үҙ көсөн һынап ҡарау өсөн тағы ла дүрт йорт ғариза яҙған һәм уларҙың барыһы ла иң яҡшылары тип табылған.

Еңеүҙең 30 йыллығы урамындағы 22-се йорт - шуларҙың береһе. Уның тышҡы йөҙө һәм эске яғы күҙҙең яуын алырлыҡ. Подвалдарында капиталь ремонт үткән, эҫе һәм һалҡын һыу торбалары полипропиленға алыштырылған. Йорт ҡыйығының терәү ағастары, ҡоймалар яңыртылған, шулай уҡ яңы эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары урынлаштырылған. Әлфинур Әхнәф ҡыҙы һәм Шамил Ҡаһир улы Фәрхетдиновтар үҙҙәренең подъезд алдын сәскәләргә күмгән. «8-се торлаҡ идаралығы»ның мастеры Марс Камалов әйтеүенсә, йорт алды һәр саҡ тәртиптә, таҙа. 22-се йорт советы рәйесе Гөлнәзирә Ғәлимова үҙенең ярҙамсылары менән «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» конкурсында ҡатнашырға теләк белдерә һәм улар башҡарылған эштәрҙе фотоға төшөрөп үҙ бәхеттәрен һынай.

Республика бәйгеһендә еңеүсе булған йорттарға 100-шәр мең һум күләмендә аҡса бирелә. Был сумма йорт алды биләмәләрен төҙөкләндереүгә: заманса эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары ҡуйыу, тимер кәртәләр ҡороу, видеокүҙәтеү сис-темаларын монтажлау, ҡала майҙансыҡтары элементтарын өҫтәүгә китә. Премияның 10 проценты күп фатирлы йорт советтары эшен дәртләндереүгә тотонола. Ә беҙҙең ҡалалағы иң күркәм, матур тип табылған 22-се йорт хужалары 100 мең һумлыҡ премияға подъездарына видеокүҙәтеү ҡоролмаларын ҡуйҙыртырға хәл иткән.


Читайте нас: