Рәсәй Президенты Владимир Путин Дәүләт Думаһына пенсия законына үҙгәрештәр индереүҙе тәҡдим иткәйне. Улар ҙур хеҙмәт стажы булған граждандарға страховка пенсияһын алдан билдәләүгә (пенсия йәшенә еткәнсе ике йыл алдан) ҡағыла. Ир-егеттәр өсөн ундай стаж 42 йыл, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн - 37 йыл. Шулай уҡ үҙгәрештәр иҫәбендә - йыйылма пенсияны формалаштырыуҙа ҡатнашыусы граждандарға уны билдәләү ваҡытын һаҡлап ҡалыу (60 һәм 55 йәштән).
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы оло быуын вәкилдәренә льготаларҙы әлеге кеүек уларҙың социаль статусына ҡарап түгел, ә йәшенән сығып һаҡларға тигән башланғыс менән сыҡты. Депутаттар республика законына үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итте, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов башланғысты хупланы.
Партия ир-аттар 60 йәшкә һәм ҡатын-ҡыҙҙар 55-кә еткәс, ҡартлыҡ буйынса пенсияға сығыуына ҡарамай, уларға социаль ярҙам күрһәтеүҙе тәҡдим итә. Шул уҡ ваҡытта республика кимәлендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һалым, транспорт өлкәһендә булған льготаларҙың һаҡлап ҡалыныуын да ғәҙел, тип иҫәпләй.
Шулай итеп, “Һуғыш, Хеҙмәт һәм Ҡораллы көстәр ветерандары тураһында” БР законына үҙгәрештәр индерелгәндән һуң, ветерандарға 2019 йылдың 1 ғинуарынан түбәндәге социаль ярҙам күрһәтеләсәк:
- хеҙмәт вете-рандарына торлаҡ бина һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса айлыҡ аҡсалата компенса-ция;
- хеҙмәт вете-рандарына айлыҡ аҡсалата түләүҙәр;
- оҙайлы хеҙмәт стажы булған вете-рандарға айлыҡ аҡсалата түләүҙәр;
- почетлы исеме һәм айырым ҡаҙаныштары булған ветерандарҙың пенсияларына өҫтәмә түләүҙәр.