Нажия апай - Бөрө районы ҡыҙы, Рәшит ағай Кушнаренко районынан. Яҙмыш еле нисек Салауатҡа килтерҙе икән уларҙы?
- Ауылда ете класты тамамлап, балалар баҡсаһында эшләп йөрөгән сағым. Рәшит армия хеҙмәтенән һуң Бөрөгә механизаторҙар курсына уҡырға килгән. Шунда танышып киттек. Бер аҙ осрашып йөрөгәндән һуң, өйләнештек, Рәшиттең тыуған ауылына ҡайтып төпләндек, - тип хәтирәләр йомғағын һүтә Нажия Ғәббәс ҡыҙы.
Йәштәр алты йылға яҡын Тартышта йәшәйҙәр. Икеһе лә төрлө эштә эшләйҙәр. Нажия апай һыйыр ҙа һауа, быҙау ҙа ҡарай. Тормош иптәше механизатор, комбайнсы булып эшләй. Ғаилә башлығының бер туған һеңлеһе Салауатта йәшәгән була. 1966 йылда йәштәрҙе лә үҙенең янына саҡырып ала. Рәшит Тимерйән улы кирбес заводына бульдозерсы, экскаваторсы булып урынлаша. 31 йыл ғүмерен шул һөнәргә бағышлай. Нажия апай иһә, тәүҙә балалар баҡсаһында, һуңынан тегеү фабрикаһында эшләй. Улы ме-нән ҡыҙын намыҫлы, игелекле итеп тәрбиәләп үҫтерәләр Ардуановтар. Хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәренең шатлығын күреп йәшәйҙәр. Икеһе лә хеҙмәт ветераны, оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәндәре өсөн бик күп Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.
Нажия апай менән Рәшит ағайҙы, ысынлап та, Хоҙай Тәғәлә бәхетле пар итеп яралтҡандыр. Шулай булмай ни, ана, хатта икеһе бер көндө донъяға килгәндәр. Йәш араһы бер генә йыл. Һайлау-фәләнгә барһалар ҙа, документтарын ҡарап, ҡайһылай бәхетлеләр, тип һоҡланып ҡуялар икән. Икеһе лә 16 февралдә тыуған.
Башҡа райондарҙа тыуып үҫеп, ғаилә тормоштарын икенсе ерҙә ҡорһалар ҙа, Ардуановтар Салауатты үҙҙәренең тыуған ҡалаһы, тип иҫәпләй.
- Йәшлегебеҙ, ғәзиздәре-беҙҙең бала сағы ошонда үтте, ярты быуаттан ашыу ошонда ғүмер кисерҙек. Салауатты тыуған ҡалабыҙ, тип ғорурлыҡ менән әйтә алабыҙ. Уның именлеге хаҡына тырышып, ең һыҙғанып эшләнек. Төрлөһөн күрергә тура килде. Беҙ килгәндә йәш кенә ҡала ине. Уның үҫеш, тергеҙелеү осоро күҙ алдыбыҙҙан үтте. Быйыл инде 70 йәшлек олпат юбилейын билдәләне. Мөһабәт булып, ҡалай ғорур ултыра. Балаларыбыҙ күрше ҡалала бынамын тигән итеп шәхси йорт һалып сыҡтылар. Беҙҙең өсөн айырым бүлмә лә әҙерләп ҡуйғандар, үҙҙәренә күсергә өгөтләйҙәр. Әммә был ҡаланы бер үк ҡалдырырға яҙмаһын инде. Күршеләребеҙ менән бер туғандай татыу йәшәйбеҙ, - ти улар.
Йәштәргә үҙ фатихаларын да еткерҙе өлгөлө ғаилә. Тормош булғас, төрлө саҡ була. Ауырлыҡтарҙы ла, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы ла бергә үткәрә белергә кәрәк. Байлыҡ - байлыҡ түгел, берлек - байлыҡ. Яңы ҡауышҡан йәрҙәр шуны иҫенән сығармаһын ине, - ти Ардуановтар.