газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Сентябрь 2018, 10:39

Милли баҫмалар йәшәргә тейеш!

Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе аҙна башында Өфөлә тәүге республика медиафорумы уҙғарҙы. Унда гәзит-журналдарҙы интернет селтәрендә таратыу, төбәк телеканалдары үҫеше, матбуғат сараларының власть менән мөнәсәбәте тураһында һүҙ алып барылды. Республиканың 300-гә яҡын журналисы бергә йыйылды. Беҙ ҙә шулар иҫәбенә индек.

Республика Башлығының ҡатнашы-уы сараға ҙур мәртәбә өҫтәне. Ул журналистар менән йылы әңгәмә ҡорҙо, бирелгән һорауҙарға яуап бирҙе.

- Киң мәғлүмәт саралары, социаль селтәрҙәр кешеләрҙең ҡарашына һәм фекеренә ныҡ йоғонто яһай. Юҡҡа ғына матбуғатты хаҡлы рәүештә дүртенсе власть тип атайҙармы ни? Мәғлүмәтте халыҡҡа тиҙ ҙә, дөрөҫ тә, сифатлы ла итеп еткерә белергә кәрәк. Журналис-тикала үҙ эшен яҡшы белгән кешеләр хеҙмәт итеүенә ышанам. Бөгөнгө форум һөнәр оҫталығын күтәреүгә һәм жур-налистар араһында коммуникацияны арттырыуға шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән, - тине Рөстәм Зәки улы.

Залдан бирелгән һорауҙар араһында милли баҫмалар, уларҙың яҙмышына ҡағылышлылары ла булды. Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһында милли телле студенттар өсөн быйыл бер генә бюджет урыны ла бүленмәүенә борсолоу белдерҙеләр. Башлыса, ауыл балаһының теләге булып та, түләүле нигеҙҙә уҡырға керә алмауы киләсәктә милли матбуғатта кадрҙар ҡытлығына килтерәсәге тураһында әйтелде. Мәсьәләне Башлыҡ шәхси контролгә аласағын, бюджет урындарын мотлаҡ тергеҙеүҙәрен, быға булышлыҡ итеүҙәрен вәғәҙәләне. Милли баҫмалар юғалмаҫҡа, йәшәргә тейеш, тине ул. Төбәк етәксеһе «Ҡурай» телеканалында «Салауат Юлаев» хоккей клубы уйындарын эфирға башҡортса сығарыуҙы ла ҡәнәғәтлек менән телгә алды.

- «Салауат Юлаев»тың Мәскәүҙең «Динамо»һы менән уйнағанын ҡараным, был бик үҙенсәлекле. Һүҙ юҡ, терминология менән бәйле ҡытыршылыҡтар бар, ҡайһы бер һүҙҙәрҙе әйтеүе ауыр. Ләкин был дөрөҫ, ошондай яңы алымдар аша беҙ милли телде көсәйтеүгә, уны һаҡлауға өлөш индерәбеҙ. Был - алға табан бер аҙым, - тине Рөстәм Хәмитов.
Читайте нас: