«Ышаныс» социаль-психологик ярҙам үҙәгендә проект сиктәрендә релаксация бүлмәһе яңыртылған. Шулай уҡ «ҡоро душ» барлыҡҡа килгән, һауаны таҙартыусы яңы ҡорамал, музыка уйнай торған үҙәк, тоҙло лампа менән сенсор мөйөшө, ял итеү өсөн махсус кресло ла булдырылған.
Үҙәктең директоры Ирина Назарова әйтеүенсә, был яңыртылыуҙар кеше-ләрҙе күпләп йәлеп итеү өсөн ҙур ярҙам. Үткән йылда 128 кеше релаксациялау үтһә, быйыл - 570. Психологик ярҙам менән мөрәжәғәт итеүселәр йылдан-йыл арта, ти ул.
Проект координаторҙары әйте-үенсә, барлыҡ ошо саралар халыҡ йыйылыштарында ҡабул ителгән ҡарарҙар, халыҡтың депутаттарға мөрәжәғәттәре һәм тәҡдимдәре буйынса финанслау исемлегенә индерелгән.
Ысынлап та, «Аныҡ эштәр» проекты буйынса ҡалала байтаҡ саралар үткәрелә. Программаның дауамлы булыуы шатландыра. Тимәк, Салауаттағы проблемалар һәр саҡ иғтибар үҙәгендә буласаҡ, халыҡ үҙе лә уларҙы хәл итеүҙә ҡатнашасаҡ. Был иһә кешеләрҙе берҙәмлеккә өйрәтер, тормош шарттарын яҡшыртыуға ынтылышты арттырыр.