Программаға ярашлы, көнүҙәк проблемаларҙы ҡала халҡы үҙе билдәләй. Ә бына Калинин урамы, 5-се, 7-се, 9-сы, 11-се, 13-сө һәм Ленин урамы, 37-се йорттарының хужалары балалар өсөн спорт һәм уйын майҙансығы эшләргә хәл иткән. Майҙансыҡтан тыш, бында тротуарҙар эшләү, юл ремонтлау, яҡтыртыу терәктәрен булдырыу ҡаралған.