газета "Салауат"
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Август 2018, 10:43

Хуш бул, йәй!

Балаларҙың түҙемһеҙлек менән көтөп алған йәйге каникулдары уҙып та бара. Тиҙҙән уларға тағы парта артына ултырырға. Шуға ла һәр кем ҡәҙерле көндәрҙең сәғәт-минуттарын файҙалы итеп үткәреп ҡалырға тырыша. Ҡалалағы ойошмалар ҙа ҡулдарынан килгәнсе быға булышлыҡ итә. Тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы күптән түгел “Хуш бул, йәй. Һаумы, мәктәп!” тип исемләнгән матур сара ойошторҙо. Унда мәктәп янындағы лагерҙарға йөрөүсе башланғыс класс уҡыусылары саҡырылғайны.

- Мәктәпкә барырға һанаулы көндәр ҡалып бара. Йәйҙең йәмле көндәре ныҡлы иҫтә ҡалһын, яңы уҡыу йылына көс-дәрт йыйһындар өсөн уҙғарырға булдыҡ байрамды. Каникул дауамында беҙ улар менән йыш осраштыҡ. Хеҙмәткәрҙәр әле бер, әле икенсе сара менән уҡыусыларҙы үҙенә ылыҡтырҙы, - тип һөйләй экскурсовод Валентина Бохарина.

Музей артындағы сквер балалар тауышынан гөрләп тора, дәртле музыка яңғырай. Берәүҙәр батутта һикерә, икенселәре шәкәрле мамыҡтан һыйлана, бәғзеләре ярышта ҡатнашып, бүләк оторға ынтыла. Бүләк тигәндәй, байрам “Мәрхәмәт күрһәтәйек” хәйриә фонды менән берлектә үткәрелде. Хеҙмәттәшлектәре ойошма барлыҡҡа килгән мәлдән алып уҡ башланған, тип әйтергә була. Фонд хеҙмәткәрҙәре ярҙамдарынан бер ваҡытта ла баш тартмайҙар икән.

- Беҙҙең маҡсат - балаларҙың тормошон сағыуыраҡ, күркәмерәк итеү. Улар бит шундай ихластар, эскерһеҙҙәр, төймә генә кеүек бүләкте лә дөйәләй ҡабул итәләр. Бөгөн дә буш ҡул менән килмәнек, һәр кемгә мәктәп кәрәк-яраҡтары тапшырабыҙ, - ти изге ғәмәлдәр башҡарыусы ойошма етәксеһе Светлана Любина.

Ойоштороусылар быйыл Салауаттың юбилейы икәнен дә күҙ уңынан ысҡындырмаған. 2-се гимназия уҡыусыһы Маргарита Бохарина яратҡан ҡалаһы тураһында матур шиғыр һөйләп ишеттерҙе, 1-се гимназиянан Урал Фәтхетдинов һыҙҙыртып ҡурай моңдарын һуҙҙы, оло быуын вәкиле Зәниә Ғәйнуллина тамашасылар иғтибарына милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа бағышлап яҙылған шиғырын тәҡдим итте.

Байрамдан барыһы ла шәп кәйеф менән таралышты.


Читайте нас: