газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Август 2018, 10:37

Оҫта барҙа донъя йәмле

Эргә-тирәбеҙҙә оҫта ҡуллы, тормошто йәмләп йәшәгән кешеләр бар. Салауат ҡалаһында тыуып үҫкән, 52-се балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләүсе Эльза Латыпова - шуларҙың береһе.

Эльза Әфғәл ҡыҙының атаһын эш буйынса Үзбәкстанға ебәрәләр. Ул ғаиләһен бергә алып китә. Тырыш ҡыҙ 1983 йылда Бохара педагогия училищеһын тамамлай. Ҡулына диплом алған йәш белгес ун йыл тирәһе балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып хеҙмәт итә. Йылы яҡта тормош ҡатмарлаша башлағас, улар кире тыуған яҡтарына ҡайтырға мәжбүр була. Ул тыуған ҡалаһында 52-се балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып эшкә урынлаша.

Кескәйҙәрҙе бишектән тәр­биәләргә кәрәк, тиһәләр ҙә, белемгә ынтылышы, кешеләр менән аралашыу мәҙәниәте баҡсаға йөрөгән осорҙа формалаша. Һәр береһенә иғтибарын йәлләмәгән, уртаҡ тел таба алған, кәрәк саҡта психолог та, кәрәк саҡта дуҫ та була белгән тәрбиәсене балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә, хеҙмәттәштәре лә хөрмәт итә, ярата. Эльза Әфғәл ҡыҙы ошо балалар баҡсаһында 25 йыл эшләү дәүерендә һигеҙенсе сығарылышын белем усаҡтарына оҙатҡан. Тәүге кескәйҙәре хәҙер инде үҙҙәре ғаилә ҡорһа ла, беренсе тәрбиәселәре менән гел генә аралашып тора.

- Һигеҙ сығарылыштың һәр береһе үҙенсәлекле булды. Балаларҙың ниндәй­ҙер уртаҡ таланттары булғанын үҙ тәжрибәмдә һынаным. Бер төркөм менән спектаклдәр әҙерләнек, “Беҙ - гагаринсылар!” конкурсында ҡатнашып, Почет грамоталары яуланыҡ. Әлеге төркөм менән бармаҡтар менән ҡурсаҡ театры булдырҙыҡ. Һәр береһенә бейеү-йыр өйрәтеп, уларҙы конкурстарҙа, концерттарҙа ҡатнаштырам, - тип тәжрибәһе менән уртаҡлашты тәрбиәсе. - Бәләкәй саҡтан сәхнәгә сығып өйрәнгән балалар үткер була, үҙ фекерен дөрөҫ итеп еткерә аласаҡ.

Оҫта барҙа донъя йәмле, тиҙәр бит. Эльза Әфғәл ҡыҙы балаларҙың белемен камиллаштырыу өсөн бөтә дидактик материалдарҙы һәм күргәҙмәләрҙе үҙ ҡулдары менән ижад итә. Уның эштәренең матурлығы, төрлөлөгө һушты алырлыҡ. Ниндәйе генә юҡ унда: бәйләнгән ҡурсаҡтар һәм кейектәр, тегелгән һандар һәм хәрефтәр, матур-матур сәскәләр... Күҙ нурҙарын түгеп, ҡул, күңел йылыһын һалып эшләнгәнгә, ҡул эштәренең һәр береһе иҫ китерлек. Ул буш ваҡыты булдымы, ошо яратҡан шөғөлөнә тотона. Йәнә кескәйҙәр өсөн матурлыҡтар тыуҙыра.

- Бәйләү, сигеү, тегеү - сабырлыҡ талап иткән эштәр, - тип ихлас һөйләй әңгә­мәсем. - Ҡайһы саҡ сәғәт­тәр буйы айырыла алмайым. Яратҡан шөғөлөмдән йәм табам, күңел тыныслана.

Эльза Әфғәл ҡыҙы ҡала буйынса оҫта ҡулдар конкурстарында, күргәҙмәләрҙә даими ҡатнаша, урындар яулай. Уның утыҙ биш йылдан артыҡ хеҙмәт стажы ла БР Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән юғары баһаланған.

Тәрбиәсе эшенең бөтмәҫ мәшәҡәттәре Эльза өсөн үҫешергә, камиллашырға ҡамасауламай. Эшенә лә, ғаиләһенә лә ваҡыт табырға тырыша ул. Тормош иптәше Виктор Рәхим улы менән 35 йыл бергә татыу ғүмер кисерәләр. Улдары Артур - индустриаль колледж студенты.

Байрам һәм ял көндәрендә ғаиләһе менән тәбиғәттә ял итәләр. Ҡул эштәрен эшләп, тәмле ризыҡтар бешереп, уңған хужабикә икәнен дә иҫбатлай.

Ҡатын-ҡыҙ - матурлыҡ өлгөһө, ти Эльза Әфғәл ҡыҙы. Шуға ла уның маҡсаты - ошо юлдан тайпылмай, иленә һәм ғаиләһенә кәрәкле кеше булып йәшәү.


Читайте нас: