газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Август 2018, 10:49

Граждандарҙың хәүефһеҙлеген күҙ уңында тотоп

Салауат эске эштәр бүлеге ҡарамағындағы Йәмәғәт һағы советы хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә ҡануниәттең теүәл үтәлешен, полиция хеҙмәткәрҙәренең үҙ вазифаларын еренә еткереп башҡарыуын, полицейскийҙарҙың граждандарҙы дәүләт хеҙмәте менән тәьмин итеүҙең сифатын баһаланы.

Йәмәғәтселәр тикшереүҙе ҡулға алыныусыларҙы ваҡытлыса урынлаштырыу изоляторынан башланы. Изолятор начальнигы, полиция подполковнигы Дмитрий Печенкин совет ағзаларына ҡулға алыныусыларҙың ниндәй шарттарҙа йәшәүе хаҡында һөйләп үтте.

Изолятор Салауат эске эштәр бүлеге бинаһында урынлашҡан. Тәртип боҙған граждандар суд һәм тикшереү эштәре барышында бында тотола. Хәүефһеҙлеккә ҙур иғтибар бүленә - бөтә камералар һәм бүлмәләр видеокүҙәтеү ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Ҡулға алыныусылар өсөн йыуыныу, ял итеү, туҡланыу бүлмәләрендә санитар-гигиена талаптары үтәлгән. Йәмәғәт советы ағзалары граждандарҙың хәүефһеҙлеге, медицина ярҙамы күрһәтелеүе хаҡында ла ҡыҙыҡһынды.

Артабан йәмәғәтселәр административ тәртиптә ҡулға алынғандар өсөн махсус приемникта булды. Приемникка суд буйынса 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алынған граждандар килтерелә. Улар - алимент, штраф түләмәүселәр, эскән килеш руль артында йөрөүсе водителдәр. Тикшереүселәр бында ла ҡулға алыныусыларҙан туҡланыу сифатын, йәшәйештәрен белеште. Әйтергә кәрәк, биналарҙың таҙалығы, түшәк кәрәк-яраҡтарының барлығы, шулай уҡ вентиляцияның яҡшы эшләүе билдәләнеп үтелде. Үрҙә әйтелгән ике бинала ла белешмәләр стенды бар, алтаҡталар ике телдә яҙылған.

Полицияның халыҡҡа дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеү сифаты ла иғтибар үҙәгендә булды. Салауат эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары, эске хеҙмәт майоры Григорий Степаненко Йәмәғәт һағы советы ағзаларын эске эштәр органдары тәҡдим иткән һәм халыҡты ҡыҙыҡһындырған хеҙмәттәр хаҡында һөйләп үтте. Шулай уҡ дәүләт хеҙмәттәренең интернет-портал аша уңайлыҡтарын да бәйән итте.

Йәмәғәтселәр миграция һорауҙары һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы биналарында ла тикшереү алып барҙы, граждандар менән аралашты. Шулай уҡ был йүнәлештә эштең сифатлы ойошторолоуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды.


Йәмәғәт һағы советы ағзаһы Руслан Сафиканов бындай сараларҙың үткәрелеүе хеҙмәтләндереүҙең сифатын баһалап ҡына ҡалмаҫҡа, ә уны яҡшыртыу буйынса төрлө тәҡдимдәр индереү өсөн дә кәрәк тип белдерҙе.

- Граждандар закон боҙоуҙарға юл ҡуйып бындай урындарға килергә ашыҡмаһын ине. Бөгөн полицейскийҙарҙың эшенә лә баһа бирҙек. Уларҙың халыҡҡа ҡарата ихтирамлы икәнлегенә инандым, - тине ул.

Йәмәғәтселәр Чекмарев урамында урынлашҡан 3-сө полиция участкаһы пунктында ла булды. Был бинала Салауат эске эштәр бүлегенең балиғ булмағандар эше буйынса һәм элек хөкөм ителгәндәрҙе административ күҙәтеү бүлексәһе лә эшләй. Тикшереүселәр участковыйҙарға төрлө һорауҙар менән килгән кешеләр менән дә аралашты. Уларҙың күпселеге көнүҙәк проблемаларҙың береһе - микрорайонда йәмәғәт һағы, балиғ булмағандар проблемалары менән мөрәжәғәт итә. Участка уполномоченныйҙары Илшат Рәхмәтуллин һәм Илдар Вәхитов совет ағзаларына үҙҙәре хеҙмәтләндергән биләмәләге оператив хәлдәр, үткәрелгән профилактик саралар хаҡында һөйләне. Яҡын-тирәлә башлыса ике ҡатлы йорттарҙың урынлашыуы арҡаһында, енәйәтттәр һанының башҡа участкаларға ҡарағанда кәмерәк булыуын да әйтеп үттеләр. Сөнки халыҡ бер-береһен яҡшы белә, аралашып тора.

Рейд аҙағында Салауат эске эштәр бүлеге ҡарамағындағы Йәмәғәт һағы советы ағзалары бындай сараларҙы йышыраҡ үткәреү тураһында дөйөм һығымтаға килде.


Читайте нас: