газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Август 2018, 10:54

Төҙөлөш яңы тормошҡа һулыш бирә

Төҙөүсе ул - бөтә донъяла элек-электән киң таралған һәм хөрмәтле һөнәр кешеһе. Ул халыҡтың тормош кимәлен күтәреүҙә мөһим роль уйнай. Ни тиһәң дә кеше ныҡлы өйһөҙ йәшәй, предприятие ойошмалар етештереү биналарын, объекттарын төҙөмәйенсә эшләй алмай. Ниндәй генә заманалар булмаһын, ҡаланың, республиканың иң мөһим иҡтисади тармаҡтарының береһе булған төҙөлөш комплексы һәр ваҡыт заман менән бергә атлай, хатта шул замандың төп күрһәткесе булған мөһим йүнәлештәрҙең береһе һанала. Һөнәри байрамдары алдынан ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Данир Зөбәйеров менән ошо хаҡта әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Данир Йәүҙәт улы, иң башта ҡаланың төҙөлөш тармағы үҫеше күрһәткестәренә туҡталып үтәйектер. Беҙгә билдәле булыуынса, 2011 йылдан алып 2017 йылға тиклем ҡалала файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ күләме ике ярым тапҡырға артҡан.

- Салауатта, ысынлап та, төҙөлөш өлкәһендә тотороҡлолоҡ һәм үҫеш һаҡлана. Әлеге ваҡытта ҡалабыҙҙа 16 күп фатирлы йорт төҙөлә. Уларҙың дөйөм майҙаны - 68 486 квадрат метр тәшкил итә. Был беҙҙең ҡала буйынса ике йыллыҡ план. Быйыл план буйынса 34 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылырға тейеш булһа, бөгөнгө көнгә 10567,6 квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Пландан бер аҙ ҡалышыу бар, уның сәбәбе 6-сы, 8-се микрорайондарҙа инженер селтәрҙәрен һалыуҙа проблемалар килеп тыуыуына бәйле. Беҙ республиканың төҙөлөш буйынса дәүләт комитетына мөрәжәғәт итеп, мәсьәләнең ыңғай яҡҡа хәл ителешен көтәбеҙ. 8-се микрорайонда ике йорт тулыһынса төҙөлөп бөткән, берәүһендә эштәр тамамланып килә, әммә, канализация һалынмау сәбәпле, уларҙы файҙаланыуға тапшырыу тотҡарланып тора. Шуға ҡарамаҫтан, йыл аҙағына тиклем билдәләнгән планды үтәүҙә өҙөклөктәр булмаҫ һәм беҙ уны башҡарып сығырбыҙ, тип ышанам. Ҡалала 2-се микрорайон тулыһынса үҙләштерелеп бөтөп килә. Унда ике йортта төҙөлөш эштәре тамамланып, ихатаны төҙөкләндереү бара, көҙөн улар сафҡа индерелер, тип уйлайбыҙ. Шулай уҡ быйыл Социаль торлаҡ төҙөлөшө фонды 4-се микрорайонда һалған йорттоң да файҙаланыуға тапшырылыуы мөмкин, уның 4 подъезы ҡабул ителгән, тағы ла өсәүһе ҡала. Йорт социаль торлаҡ программаһы буйынса төҙөлә. Бынан тыш, ҡалала һуңғы йылдарҙа шәхси торлаҡ һалыу ҙа үҫештә. Әгәр 2014, 2015, 2016 йылдарҙа уның буйынса күрһәткес 10 мең квадрат метр тирәһе тәшкил итһә, 2017 йылда 17137 квадрат майҙанлы шәхси йорт сафҡа индерелгән. Был Салауатта һуңғы йылдарҙа льготалы граждандарға ер участкаларының күпләп бирелеүе менән бәйле. Мәҫәлән, күп балалы ғаиләләргә 2015 йылда - 132, 2016 йылда - 102, 2017 йылда - 109, быйыл ошо көнгә тиклем 44 ер участкаһы бирелгән. Бынан тыш, инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә 2015 йылдан алып - 151 һәм быйыл 20 ер участкаһы бирелгән. Барлығы льготаға эйә ғаиләләргә 700 тирәһе ер участкаһы бүленгән.

Дөйөм алғанда, торлаҡ төҙөлөшөнә бәйле хәл тотороҡло. Тик яңы һалынған йорттарҙағы фатирға һорау юғары түгел. Шуға күрә төҙөүсе ойошмаларға торлаҡ хаҡын төшөрөргә тура килә. Бөгөнгө көнгә Салауатта бер квадрат метр торлаҡтың хаҡы 32-33 мең һумға торош, ә социаль торлаҡ төҙөлөш фонды хатта 28 мең һумға тиклем төшөрҙө.

- Элек дәүләт ойошмалары йорттар һалһа, бөгөн төҙөлөш баҙарында күбеһенсә шәхси ойошмалар эш итә. Улар үҙҙәре алдына ҡуйылған бурыстарға ни тиклем яуаплы ҡарай?

- Эйе, элегерәк ҡала төҙөлөштәрендә дәүләт трестары эшләй ине. Бөгөн башлыса шәхси эшҡыуарҙар биләй. Уларҙың үҙ бурыстарына ни тиклем яуаплы булыуын ҡалала алданған өлөшсөләрҙең булмауынан да ҡарап билдәләп була. Башҡа ҡала һәм ҡасабаларҙа йорттарҙың һалынып бөтмәүе арҡаһында өлөшсөләр проблемаһы актуаль булһа, беҙҙә был мәсьәлә юҡ. Беҙ төҙөлөш тармағы алдына әллә ниндәй тормошҡа ашмаҫтай бурыстар, күрһәткестәр ҡуймайбыҙ, юғиһә был бөлгөнлөккә алып килеүе ихтимал икәнен яҡшы аңлайбыҙ. Өлөшсөләр проблемаһын хәл итеү өсөн законға үҙгәрештәр индерелде, әммә ул бик күп һорауҙар тыуҙыра һәм унда ҡуйылған талаптар төҙөүсе ойошмаларҙың эшмәкәрлегенә кире йоғонто яһамаһа ярар ине, тип борсолабыҙ. Төҙөүселәр бер объектты төҙөй башлай, икенсеһенең яртыһына етә, өсөнсөһөн тамамлап һата башлай - ошондай технологик цикл булғанда ғына эш алға бара. Ә яңы үҙгәрештәргә ярашлы, улар йортто төҙөп бөтөргә, сафҡа индерергә тейеш, шунан һуң ғына яңыһына тотона ала. Ул саҡта эшселәр ҙә ваҡытлыса эшһеҙ ҡалыуы бар. Ойошма төҙөлөш баҙарында өс йыл эшләгән булырға һәм бер төҙөлөштә 10 мең квадрат метрҙан кәм булмаған майҙанды сафҡа индерергә тейеш. Ғөмүмән, һорауҙар күп, шуға күрә бөтә факторҙар иҫәпкә алынып, эш яйға һалыныр, тип уйлайым. Әлбиттә, законға үҙгәреште ҡабул итеүселәр торлаҡ һатып алыусыларҙың мәнфәғәтен яҡлай. Салауат ҡалаһы тәжрибәһенән сығып, әгәр һәр объектты контролдә тотҡан хәлдә, ер участкаһын биреү, йылына күпме торлаҡ кәрәклеген рациональ билдәләү системаһын яйға һалғанда, бөтә нәмәне планға ярашлы алып барып була. Салауат ҡалаһы 2011 йылда алданған өлөшсөләр буйынса республикала икенсе урында ине. Ул ваҡытта 250-ләп кеше хәүефле категория исемлегендә булған. 2012 йылдан алып беҙҙә ул проблема юҡ. Был беҙҙең төп ҡаҙаныштарыбыҙҙың береһе, тиер инем. Беҙҙең алда киләсәктә был етешһеҙлеккә юл ҡуймау бурысы тора.

Аҙағын гәзит биттәрендә уҡығыҙ.
Читайте нас: