Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Август 2018, 10:45

Оҫта эшенән билгеле

Тәүәккәл, егәрле, булдыҡлы ҡатын-ҡыҙҙар тураһында сабып барған атты туҡтатыр, янып торған өйгә инер, тиҙәр. Ошондай гүзәл заттарҙың береһе - Минзәлә Йәһүҙина тураһында булыр һүҙем.

Ремонт менән шөғөлләнеүсе Минзәлә бала саҡтан матурлыҡҡа ғашиҡ булып үҫә. Шуға ла бөгөн уға биҙәкләү, ремонтлау эштәре бер ни ҙә тормай. Федоровка районы Оло Сытырман ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ мәктәпте тамамлағас, ауылда ашнаҡсы булып эшләй. Ун йылға яҡын стаж йыйған аш-һыу оҫтаһы уйламағанда һөнәрен алыштырырға ҡарар итә. Ул Салауат ҡалаһына килеп, төҙөүсе һөнәрен үҙләштерә.

Ул ҡулына диплом алғас, төрлө ойошма-предприятиеларҙа, шәхси эшҡыуарҙарҙа ла хеҙмәт итә. Ә төп эшенән һуң таныш-тоноштарының фатирҙарына ремонт яһай. Ойошмаларҙа аҡса түләмәүҙәре, ҡайҙалыр алдауҙары һәм эш хаҡының әҙ булыуы ялҡыта тырыш ҡыҙҙы. Байтаҡ ҡына йылдар эсендә тәжрибә туплаған оҫта үҙенә эшләй башлай, ремонт башҡара.

Минзәлә Барый ҡыҙының зауыҡ менән биҙәлгән өс бүлмәле фатиры иһә аҡ тирмәне хәтерләтә. Аҡ түбә, ап-аҡ ишектәр, аҡ йорт йыһаздары... Ә бит йорт эсен аҡтан биҙәп ҡуйыу өсөн дә ҡыйыулыҡ кәрәк, аҡ нәмәләр бысранып бара, һәр төшкән саң да күҙгә салына.

- Үҙемә лә, ғаиләмә лә аҡ төҫ оҡшай. Ул яҡтылыҡ бирә, кәйефте күтәрә. Мин һәр нәмәне үҙ ҡулдарым менән эшләргә яратам. Ҡулдан эшләнгән әйберҙәргә йөрәк йылыһы ла һалына бит, - ти Минзәлә.

Уңған хужабикә тормош иптәше Радик менән ун һигеҙ йыл бергә татыу ғүмер кисерә. Улы Радмир үҙ аллы тормош көтә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында автослесарь булып эшләй. Ҡыҙы Әлиә лә, әсәһенә оҡшап, сафлыҡ һәм бөхтәлек ярата. Ул бүлмәһендәге компьютер өҫтәлен үҙе аҡ төҫкә буяп та ҡуйған. Күләмле ремонт эштәре килеп сыҡһа, Минзәләгә иң беренсе ғаилә ағзалары ярҙамға килә.

Хужабикә менән һөйләшеп ултырған мәлдә генә уға бер нисә тапҡыр шылтыратып, фатирҙарына ремонт эшләүен һоранылар. Оҫта эшенән билгеле, тиҙәр бит халыҡта. Был һүҙҙәр тап Минзәлә Йәһүҙина хаҡында.
Читайте нас: